Иҡтисад
16 Марта 2024, 06:15

101 йәшлек һуғыш ветераны ла ситтә ҡалманы

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова үҙ йортонда тауыш бирҙе.

101 йәшлек һуғыш ветераны ла ситтә ҡалманы101 йәшлек һуғыш ветераны ла ситтә ҡалманы
101 йәшлек һуғыш ветераны ла ситтә ҡалманы

Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова 101 йәшен билдәләне.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һуғыш ветераны бер ваҡытта ла сәйәси кампанияларҙан ситтә ҡалмай, гражданлыҡ бурысын һәр саҡ теүәл үтәй. Бер быуатлыҡ юбилейына тиклем ағинәй һайлау участкаларына үҙе килһә, быйыл иһә йортона килеп һайлатыуҙы һайлаған.

Валентина Потапованың был аҙымы йәш быуынға өлгө һәм үрнәк булып тора. Тап уның кеүек ветерандар барында йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылылҡ тойғолары тәрбиәләнә лә инде. 

Әйткәндәй, тауыш биреү өс көн дауамында - 15, 16, 17 мартта барасаҡ.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Карима Усманова
Читайте нас