Иҡтисад
19 Марта 2024, 09:00

Башҡортостанда ойоҡ-носки етештерәсәктәр

Инвестор 2024-2030 йылдарҙа проектты тормошҡа ашырырға һәм 35 яңы эш урыны булдырырға ниәтләй.

Башҡортостанда ойоҡ-носки етештерәсәктәрБашҡортостанда ойоҡ-носки етештерәсәктәр
Башҡортостанда ойоҡ-носки етештерәсәктәр

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы "Мультимодаль предприятие" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостан Республикаһының "Нефтекама" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе.

Компания яңы тулы цикллы ойоҡ-носки производствоһын булдырыуға 125 миллион һум инвестиция һала. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.

Был производствоны асыу ҡулланыусыларҙың һәм заказсыларҙың теләһә ниндәй типтағы төрлө дизайндағы ойоҡ-носки продукцияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Инвестор 2024-2030 йылдарҙа проектты тормошҡа ашырырға һәм 35 яңы эш урыны булдырырға ниәтләй. Компания 2024 йылда производствоны асырға планлаштыра, ә проект ҡеүәтенә - йылына 2,9 миллион парҙан ашыу балалар һәм өлкәндәр өсөн әйберҙәр етештереүгә - 2030 йылда сығырға ниәтләй.

"Мультимодаль предприятие" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҙарҙа 2020 йылдан эшләй.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23334/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас