2023 йылда Башҡортостандың туризм өлкәһендә эшләгән 100-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дөйөм суммаһы 1,63 миллиард һумлыҡ льготалы финанслау алды. Был 2022 йыл менән сағыштырғанда 2,1 тапҡырға күберәк.
Башҡортостан Республикаһы туризм өлкәһендәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары алған ташламалы финанслауҙың дөйөм күләме буйынса Рәсәй Федерацияһында ТОП-10 исемлегенә инде.
Бынан тыш, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә 2023 йылда туристик инфраструктураны үҫтереүгә дәүләт ярҙамының рекордлы күләме - 1,5 миллиард һум йәлеп ителгән. Инвестиция проекттарының дөйөм суммаһы 3,6 миллиард һум тәшкил итә, шуның 2,1 миллиарды - инвесторҙарҙың үҙ аҡсаһы.
Алынған аҡса, беренсе сиратта, туризм тармағы алдында торған төп бурысты хәл итеүгә йүнәлтелә - сифатлы туризм инфраструктураһын булдырыу, төбәктә бөтә категориялы туристар өсөн уңайлы йәшәү өсөн шарттар булдырыу.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23254/