Иҡтисад
27 Март 2024, 12:40

Башҡортостанда тағы бер предприятие милли проектҡа ҡушылды

Предприятие 11 йылдан ашыу металлургия баҙарында эшләй.

Башҡортостанда тағы бер предприятие милли проектҡа ҡушылдыБашҡортостанда тағы бер предприятие милли проектҡа ҡушылды
Башҡортостанда тағы бер предприятие милли проектҡа ҡушылды

"Өфө торба компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектының яңы ҡатнашыусыһы булды. Тейешле килешеүҙәргә БР Төбәк компетенциялар үҙәге һәм БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкселегендәге төбәк Хөкүмәте ҡул ҡуйҙы.

Предприятие 11 йылдан ашыу металлургия баҙарында эшләй. Торбалар һатыу менән шөғөлләнә, уларҙы эшкәртеү өсөн үҙенең производство базаһы бар.

Проектта ҡатнашыу һөҙөмтәһендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм яңы баҙарҙарға сығыу планлаштырыла. Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары эшсе төркөмдө уҡыта башланы, башланғыс тренингтар үтте. Ярты йыл эсендә предприятие алдында артыҡ запастарҙы ҡыҫҡартырға, ҡорамалдарҙың туҡтап торору ваҡытын кәметергә, заказдарҙы үтәүҙе ҡулайлаштырыу һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш урындарын яҡшыртыу бурысы тора.

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың май Указы менән раҫланған һәм 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыл һайын биш процентҡа артыуы өсөн шарттар тыуҙырырға йүнәлтегән.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23402/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас