Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель , 17:50

Аграр университет - "Өҫтөнлөк 2030" программаһына кандидат

Юғары уҡыу йорто "Өҫтөнлөк-2030" дәүләт программаһы буйынса өс стратегик проектты тормошҡа ашырасаҡ.

Аграр университет - "Өҫтөнлөк 2030" программаһына кандидат
Аграр университет - "Өҫтөнлөк 2030" программаһына кандидат

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы комиссияһы "Өҫтөнлөк-2030" дәүләт программаһына кандидаттар һайлап алыуға йомғаҡ яһаны. Кандидат статусын алыуға дәғүә иткән 67 ҡатнашыусынан илдең 20 төбәгенән 24 юғары уҡыу йорто һайлап алынды.

Башҡортостан Республикаһынан "Өҫтөнлөк-2030" кандидаттар төркөмөнә илдең алдынғы аграр юғары уҡыу йорто, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡатнашыусыһы Башҡорт дәүләт аграр университеты инде. Юғары уҡыу йорто "Өҫтөнлөк-2030" дәүләт программаһы буйынса өс стратегик проектты тормошҡа ашырасаҡ.

- Юғары уҡыу йорттарының "Өҫтөнлөк-2030" программаһында ҡатнашыуының төп шарттарының береһе - индустриаль партнерҙар менән көйләнгән эш һәм төбәктең ҡатнашыуы, - тине Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы башлығы Валерий Фальков.

Проектты тәҡдим итеү һәм яҡлау процесында Башҡортостан дәүләт аграр университеты командаһы - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, ректор Илдар Ғәбитов, ғилми һәм инновацион эшмәкәрлек буйынса проректор Иван Чудов, "Таврос" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең идарасы компанияһы генераль директоры урынбаҫары, "Башҡортостан ит компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ринат Зәйнуллин һәм "Башҡортостан ҡошо" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры Альберт Фаррахов тап ошоно иҫбатлай алды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23464/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: