Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель , 17:20

"Алға" резиденттары үҙ предприятиелары эшенә тотороҡло үҫеш принциптарын индерәсәк

Башҡортостан тотороҡло үҫеш принциптарын индереү буйынса 10 лидер төбәк иҫәбенә инде.

"Алға" резиденттары үҙ предприятиелары эшенә тотороҡло үҫеш принциптарын индерәсәк
"Алға" резиденттары үҙ предприятиелары эшенә тотороҡло үҫеш принциптарын индерәсәк

"Алға" айырым иҡтисади зонаһы резиденттары үҙ предприятиеларының эшмәкәрлегенә идарасы компания миҫалында тотороҡло үҫеш принциптарын индерергә ниәтләй. Мәҫәлән, Башҡортостандың преференциаль зоналарында был принциптарҙы ҡулланыу һөҙөмтәләре Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә "ESG көн тәртибе: преференциаль режимлы территорияларҙың инвестицион йәлеп итеүсәнлеген арттырыу механизмдары" белем биреү программаһы сиктәрендә өлгө итеп килтерелә.

Айырым иҡтисади зонаның идарасы компанияһы директоры Артем Пензин "Алға" махсус иҡтисади зонаһы һәм "Өфө" индустриаль паркы эшендә ESG-принциптарын ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Үҙенең сығышы барышында ул тотороҡло үҫеш принциптарын индереү төбәктең инвестициялар йәлеп итеүсәнлегенә нисек йоғонто яһауы тураһында һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда "Алға" махсус иҡтисади зонаһы идарасы компанияның эшмәкәрлегенә тотороҡло үҫеш принциптарын индереү буйынса пилот инфраструктура майҙансыҡтары иҫәбенә инде. Йыл һайын Рәсәй Федерацияһының кластерҙар, технопарктар һәм айырым иҡтисади зоналар ассоциацияһы эксперттары айырым иҡтисади зона эшмәкәрлегенә аудит үткәрә, уның йомғаҡтары буйынса тотороҡло үҫеш маҡсаттарына өлгәшеү буйынса юл картаһы төҙөлә.

Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса АКИТ эксперт советы ултырышында тәҡдим ителгән аналитика һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан тотороҡло үҫеш принциптарын индереү буйынса 10 лидер төбәк иҫәбенә инде.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23469/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: