Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель , 21:25

Ҡатырға етештереүҙе киңәйтәсәктәр

Башҡортостандан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы 300 миллион һумға торошло льготалы заем алған. 

Ҡатырға етештереүҙе киңәйтәсәктәр
Ҡатырға етештереүҙе киңәйтәсәктәр

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы Башҡортостан преҫдприятиеһы – “Яҡшы ҡатырға” ЯСЙ-һы федераль кимәлдәге Сәнәғәт үҫеше фондынан (ФРП) 300 миллион һумға торошло льготалы заем алған. Был аҡса предприятиены артабан үҫтереү өсөн тотоноласаҡ. Ул гофрлы ҡағыҙ, ҡатырға, ҡағыҙ һәм ҡатырға йәшниктәр эшләй һәм етештереүҙә тик үҙебеҙҙәге сеймалды тотона.

2022 йылдың октябрендә “Яҡшы ҡатырға” ЯСЙ-һының гофр йәшниктәр етештереү буйынса автоматлашҡан завод проекты Радий Хәбиров үткәргән “Инвестсәғәт”тә ҡатнашҡан, ә 2023 йылдың июнендә өҫтөнлөклө башланғыс булараҡ билдәләнгән. 2025 йылға тиклем йылына 70 миллион тонна ҡатырға етештереү ҡеүәтенә эйә заводты булдырыуға 280 миллион һум инвестиция йүнәлтелә. Бында 50-нән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: