Башҡортостанда быйылғы сәсеү кампанияһына әҙерлек дауам итә. Әлеге мәлгә алынған мәғлүмәт буйынса, хужалыҡтар 143 мең тонна минераль ашлама һатып алған. Бер гектар сәсеү майҙанына 22 килограмм ашлама алына.
"Былтыр республиканың ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, 3,2 миллион тонна уңыш алды. Был - беҙҙең агрономдарҙың белеме артыуын, технологияларҙы тейешле кимәлдә ҡулланыу, шул иҫәптән ашламаларҙы ваҡытында һәм кәрәкле дәүмәлдә индереү һөҙөмтәһе. Был тенденция һаҡланырға тейеш, быйылға планда кәмендә 228 мең тонна минераль ашлама һатып алыу ҡаралған», — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Урал аръяғы райондары өсөн Бөрйән районында үткән ауыл хужалығы конференцияһында Илшат Фәзрахманов сәсеү мәленә һәм йәйге миҙгелгә һауа торошона күҙәтеү ҙә эшләне.
- Май, июндә яуым-төшөм аҙ буласаҡ. Июндең аҙағы, июлдә ямғырҙар көтөлә. Уңыш йыйыу мәлендә ҡоролоҡ булыр тип фаразлана. Һауа торошона ҡарамаҫтан, технологияларға ярашлы сәсеп, техниканы яңыртып торғанда, яҡшы уңышҡа өмөт итә алабыҙ, - тине ауыл хужалығы министры.
Республикала 2024 йылда яҙғы баҫыу эштәре апрель айының икенсе декадаһында башланыр тип көтөлә. Яҙғы культуралар сәсеү ике миллион гектарҙан ашыу майҙанда башҡарылырға тейеш.
Башҡортостанда ашламалар һатып алыуға киткән сығымдарҙы төбәк бюджеты ҡаплай. 2024 йылда субсидия лимиты 560 миллион һум күләмендә биреләсәк. Иген культураларының бер гектарына 800 һум, майлы культураларға - 460 һум, картуф, йәшелсә һәм шәкәр сөгөлдөрөнә 1200 һум субсидия түләнә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.