Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель , 17:40

"Иң яҡшы фермер продукты-2024" конкурсында еңеүсе булдылар

Гран-приҙы дәүләкәндәр, салауаттар һәм өфөләр яуланы.

"Иң яҡшы фермер продукты-2024" конкурсында еңеүсе булдылар
"Иң яҡшы фермер продукты-2024" конкурсында еңеүсе булдылар

"Башҡортостан продукты" проекты дипломанттары "АгроКомплекс-2024" 34-се махсуслаштырылған күргәҙмә сиктәрендә үткән "Иң яҡшы фермер продукты-2024" конкурсында еңеүсе булды.

Конкурстың маҡсаты - продукцияның конкурентлыҡ һәләтен күтәреү һәм аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларының уны етештереү менән ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеү.

Конкурс 12 номинация буйынса үткәрелә: һөт продукцияһы, шул иҫәптән консервалар һәм туңдырма; ит продукцияһы, шул иҫәптән консервалар; ҡош ите, йомортҡа һәм йомортҡа продукттары; икмәк-ҡалас продукцияһы һәм кондитер ризыҡтары; ярма һәм макарон ризыҡтары, он; емеш-еләк продукцияһы, уны эшкәртеү продукттары, һуттар; тәмләткестәр; эсемлектәр; балыҡ һәм балыҡ продукцияһы; "Хәләл" продукцияһы; бал һәм умартасылыҡ продукцияһы; май продукцияһы һәм төргәк.

Гран-при һәм дипломға "Дәүләкән комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте реторт-пакеттағы төшкө аш ризыҡтары өсөн;  "Благосыр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Салауат ҡалаһы) сыр палитраһы өсөн; "1-се  икмәкхана" Сидоркин М. В. шәхси предприятиеһы (Өфө ҡалаһы) "Мәскәү" колбасаһы өсөн лайыҡ булды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23467/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: