Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель , 16:30

Көнсығыш сығыу юлында күсмә үлсәү контроле пункты ҡуйылды

Ошо пункттар ярҙамында Ространснадзор хеҙмәткәрҙәре ваҡытлыса миҙгелле сикләүҙәрҙе боҙоусыларҙы асыҡлай ала.

Көнсығыш сығыу юлында күсмә үлсәү контроле пункты ҡуйылды
Көнсығыш сығыу юлында күсмә үлсәү контроле пункты ҡуйылды

Өфөлә "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған Көнсығыш сығыу юлында автоматик күсмә үлсәү контроле пункты (АПВГК) ҡуйылды. Ошо пункттар ярҙамында Ространснадзор хеҙмәткәрҙәре ваҡытлыса миҙгелле сикләүҙәрҙе боҙоусыларҙы асыҡлай ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 1 апреленән 30 апреленә тиклем ҙур йөк машиналары өсөн ваҡытлыса хәрәкәт сикләүҙәре индерелә. Ә йәйге осорҙа, 2024 йылдың 1 июненән 31 авгусына тиклем, көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан юғарыраҡ булғанда ауыр йөклө транспорт саралары хәрәкәте сикләнә.

Кәрәк булғанда, рөхсәт ителгән массанан артыҡ бүленмәгән йөк ташыған транспорт сараһы хужалары махсус рөхсәт алыу менән үтә ала. Түләү суммаһы ташылған йөктөң ауырлығына һәм маршруттың оҙонлоғона бәйле. Юл япмаһына зыянды ҡаплауҙан алынған аҡса юлдарҙы ремонтлауға йүнәлтелә.

Был хеҙмәт "бер тәҙрә" режимында, "Росдормониторинг" федераль ҡаҙна учреждениеһы тарафынан электрон төрҙә күрһәтелә. Махсус рөхсәт алыу өсөн ғариза рәсми сайттағы шәхси кабинет аша бирелә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23471/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: