“Йыл экспортсыһы” Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаны 30 июнгә тиклем Рәсәй экспорт үҙәгенең сайтында ҡалдырырға мөмкин. Был премия “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы булдырылып тапшырыла.
- Был конкурс Рәсәй экспортсыларының йыллыҡ эшмәкәрлеген баһалау, улар араһынан иң яҡшыларҙы билдәләү маҡсатында уҙғарыла. Башҡортостанда 1600-ҙән ашыу компания экспорт менән шөғөлләнә. 2023 йылда “Йыл экспортсыһы” конкурсының округ этабында республиканың 4 компанияһы билдәләнде, - тип һөйләне БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Конкурс бер нисә номинация буйынса үткәрелә, еңеүселәр ике этаптан торған бәйгелә ҡатнаша. Август-сентябрь айҙарында һәр федераль округта алдынғылар билдәләнә. Округ этабының һөҙөмтәләренә ярашлысентябрь-октябрҙә федераль кимәлдәгек еңеүселәр билдәле буласаҡ.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru