Иҡтисад
4 Апрель 2024, 05:15

Маҡсаттар кешеләр мәнфәғәтендә тормошҡа ашырыла

Хөкүмәт артабан да ең һыҙғанып эшләйәсәк.

Маҡсаттар кешеләр мәнфәғәтендә тормошҡа ашырылаМаҡсаттар кешеләр мәнфәғәтендә тормошҡа ашырыла
Маҡсаттар кешеләр мәнфәғәтендә тормошҡа ашырыла

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең эше тураһында киңәйтелгән отчет менән сығыш яһаны. Михаил Владимирович Дәүләт Думаһы депутаттарына һәм сенаторҙарына Рәсәйгә яңы төбәктәрҙе ҡушыу буйынса бик һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әйткәндәй, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы башланғысы менән Луганск Халыҡ Республикаһы, Донецк Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре ирекле иҡтисад зонаһына әйләнде.

Үҙ сиратында, Рәсәй Хөкүмәте киләсәктә Белгород, Брянск, Курск өлкәләрендәге һәм Ҡырым Республикаһындағы ирекле иҡтисади зонаға преференциаль режим индереү буйынса закон проектын ҡараясаҡ.

Михаил Мишустин белдереүенсә, киләсәктә көтөлгән һалым өлкәһендәге үҙгәрештәр халыҡ файҙаһына, шулай уҡ иҡтисадты күтәреүгә, ғөмүмән, илебеҙ үҫеше өсөн эшләргә тейеш. Ысынлап та, илебеҙ етәкселеге һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәтендә уй-маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.  

– Президенттың ҡушыуы нигеҙендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар милек буйынса һалым түләүҙән азат ителәсәк, – тине Хөкүмәт Рәйесе Владимир Мишустин.

Әйткәндәй, Президент алдыбыҙға ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу тәңгәлендә Хөкүмәтебеҙ артабан да ең һыҙғанып эшләйәсәк. Әлбиттә, иҡтисадты үҫтереү, технологик һәм финанс суверенитетты булдырыу тураһында һүҙ бара.

Ошо уңайҙан Ейәнсура районының Муйнаҡ ауыл биләмәһе башлығы Даян Аҙнағолов уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Даян Фәрит улының һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡ етеш йәшәй, балалар бөтә уңайлыҡтары булған белем усаҡтарында уҡый, һәр береһе бушлай медицина ярҙамы ала, күпләп эш урындары булдырыла икән, бында Хөкүмәткә ҙур рәхмәт.

– Киләсәктә лә был йәһәттән ниәт-маҡсаттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылырында тамсы ла шигебеҙ юҡ, – тине Даян Аҙнағолов.

Фото: infopovod.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас