Иҡтисад
4 Апрель 2024, 13:35

Республика йылдам үҫешә

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республика хөкүмәтенең эшмәкәрлеге отчеты тураһында фекер йөрөтөп, иҡтисадтың үҫеш күрһәткестәре ғорурлыҡ тойғоһо уята, тип билдәләне.

Республика йылдам үҫешәРеспублика йылдам үҫешә
Республика йылдам үҫешә

– Һанлаштырыу шарттарында эштәрҙең быға тиклем һәм хәҙер нисек булғанын күреүе еңел. Республикабыҙ хөкүмәтенең биш йыллыҡ эш осорон билдәләгән һандар күләмле һәм депутаттар корпусы яғынан ентекле анализ талап итә, – тип билдәләне парламент спикеры. – Ошо йылдарҙа эшләнгән эшкә ҡарап, ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Быға тиклем булмаған тышҡы баҫымға ҡарамаҫтан, республика йылдам үҫешә һәм күп йүнәлештәр буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. Яҡшы динамика күрһәтмәгән өлкә юҡ тиерлек.

Константин Толкачев фекеренсә, билдәләнгән проблемаларҙы дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары көстәрен туплау, бизнес, киң йәмәғәтселек шарттарында ғына хәл итергә мөмкин.

 – Киләсәктә тағы ла күберәк эштәр көтә. Беҙҙең алда ил Президенты, республика Башлығы ҡуйған етди бурыстар тора. Хөкүмәт менән ентекле бәйләнешкә инәсәкбеҙ, ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Беҙҙең хоҡуҡи нормалар бөтә өлкәләрҙең ыңғай үҫешен тәьмин итер һәм бер ҡасан да туҡталып ҡалмаҫ, тип ышанам,– тине Константин Толкачев.

 

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас