Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Апрель , 21:25

Иҡтисад үҫеше күрһәткестәре ҡыуандыра

Республикала шәхси эшҡыуарҙар арта, тимәк уларҙың бюджетҡа түләгән һалымы арта. 2023 йылда улар 16 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, ти Гүзәлиә Ғәлимова. 

Иҡтисад үҫеше күрһәткестәре ҡыуандыра
Иҡтисад үҫеше күрһәткестәре ҡыуандыра

Кисә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһап, Хөкүмәт эшмәкәрлегенә йыллыҡ отчет яһаны. Унда йәшәйештең бөтә өлкәләре лә телгә алынды. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Гүзәлиә Әбҡәдир ҡыҙы Ғәлимова бюджет, иҡтисад тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Иҡтисадтың үҫеше күп төрлө факторҙарға бәйле. Әммә бөгөн уларҙың иң ҙур әһәмиәте аҡса сығымдарының эффектын арттырыуҙа. Беренсенән, был инвестициялар менән бәйле, уларҙы йәлеп итеү менән генә ҡуйылған маҡсаттар хәл ителмәй. Дөйөм төбөктәң социаль-иҡтисади үҫеше өсөн һөҙөмтәһе булырға тейеш. Икенсенән, бюджет аҡсаһының ҡулланыуы, уның һәр бер һумы табыш бирергә тейеш. Шул күҙлектән ҡараған саҡта отчетта килтерелгән мәғлүмәттәр, әлбиттә, республиканың идаралығы тарафынан иҡтисад өсөн байтаҡ эш башҡарғанын күрһәтә. Республикала сәнәғәт үҫешен күрәбеҙ, быға импорт тауарҙарын алмаштырыу сәйәсәте һәм геосәйәси шаттар булышлыҡ итә. Төбәк башлығы һәм республика Хөкүмәте байтаҡ эш башҡарғаны күренә. Мәҫәлән, республикала ун сәнәғәт кластеры һәм 50-нән ашыу яңы етештереү урындары барлыҡҡа килгән.

Республикала экспорт тауарҙарын етештереү юлға һалынған. Улар БДБ илдәренә генә түгел, башҡа сит илдәргә лә ебәрелә. Был йүнәлештәрҙәге үҫештең сәбәбе энергетик инфраструктураның үҫеше һәм юлдар булдырыу менән бәйле. Ауыл хужалығы тармағы үҫешен дә күрәбеҙ, байтаҡ проекттар барлыҡҡа килгән. Республикала шәхси эшҡыуарҙар арта, тимәк уларҙың бюджетҡа түләгән һалымы арта. 2023 йылда улар 16 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. 600 мең кешегә эш урыны булдырғандар.

Туризм һәм юл буйы сервисын үҫтереү хәл ителә. Был да мөһим йүнәлеш, сөнки туризмды үҫтереү өсөн тәү сиратта сервисты барларға кәрәк. Үҫеш өсөн инвестициялар талап итәле, федераль үҙәктән 1,5 миллиард һум йәлеп ителгән. Һәр бер йүнәлеш Хөкүмәт һәм республика Башлығы иғтибарын талап итә. Шәхси инвестициялар йәлеп итеү – төп мәсьәлә. Республика бюджетынан да аҡса сығарыла был йүнәлештәргә, әммә һәр бер сыҡҡан һум республикаға табыш килтерә һәм ыңғай һөҙөмтә бирә, – тине ул.

Фото: шәхси архивтан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: