Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Апрель , 20:10

Радий Фәрит улы һүҙ бирә һәм уны үтәй!

Билдәле эшҡыуар, меценат Илсур Нәбиуллин Башҡортостанда урман хужалығы эшмәкәрлеге һәм дәүләт ярҙамы тураһында һөйләне. 

Радий Фәрит улы һүҙ бирә һәм уны үтәй!
Радий Фәрит улы һүҙ бирә һәм уны үтәй!

Кисә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһап, Хөкүмәт эшмәкәрлегенә йыллыҡ отчет яһаны. Унда йәшәйештең бөтә өлкәләре лә телгә алынды. Шуларҙың береһе – эшҡыуарҙарға ярҙам, урман хужалығын үҫтереү. Форсаттан файҙаланып беҙ билдәле эшҡыуар, меценат Илсур Нәбиуллин менән аралаштыҡ һәм уның фекерҙәрен белештек.

– Башҡортостанда эшҡыуарҙарға ярҙам итеү һуңғы йылдарҙа бик яҡшы ойошторолдо. Властар беҙҙе ишетә һәм ярҙам итә. ББының дәлилдәре бихисап. Бер нисә йыл элек Ҡариҙел районында урман хужалығы буйынса ҙур кәңәшмә-форум үткәйне. Шунда мин ошо тармаҡта эшләгән эшҡыуарҙар исеменән сығыш яһап, Радий Фәрит улына мөрәжәғәт иттем һәм беҙгә лә ауыл хужалығына ярҙам иткән кеүек саралар булһа ине тинем. Ул был турала уйларға һүҙ бирҙе һәм күп тә үтмәй, уны тормошҡа ашырҙы. Шул саҡтан алып урман хужалығы тармағы эшҡыуарҙары эш өсөн кәрәк техникаға, ҡорамалдарға дәүләт субсидиялары, ҡорамалдар, гранттар ала башланы, – тине ул.

Илсур Ғәйнетдин улы үҙенең матур проекты – “Урман һабантуйы” тураһында һөйләне. Эшҡыуар әйтеүенсә, республикала элек-электән ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн традицион  һабантуйҙар үткәрелеп килә, ә урман тармағында эшләгәндәр үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә алмай ине. Шуға күрә был проект республика кимәленә сыҡты һәм бик ҡыҙыҡлы тип танылды. Унда ат сабышы урынына, тракторҙар ярышҡан, көрәш урынына урмансылар үҙ осталығын күрһәткән: ағас йыҡҡан, ағастан төрлө һындар яһаған.

– Был сараның бәләкәй ауылда үтеүе мөһим ине. Ҙур-ҙур йондоҙҙар йәлеп иттек, төпкөлдә йәшәгән кешеләр матур тамаша ҡараны. Шулай уҡ урман хужалығы тармағында эшләгән кешеләр күп, ә айырым уларға арналған сара юҡ ине. Ғүмер буйы урманда эшләгән кешенең һәләттәрен асырға, уға эше өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк ине, һәм был үтәлде. Беренсе һабантуға, 2022 йылда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов килде һәм сараны юғары баһаланы, аҙаҡ Радий Фәрит улының да яҡшы ҡабул иткәнен, беҙҙең һабантуйға ярҙам итергә теләгәнен ишеттек, – тине ул.

Һәм ысынлап та, быйыл “Урман һабантуйы” Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында ойоштороласаҡ. Улар 3 миллион һумлыҡ грант отҡан, шулай уҡ үҙ аҡсаларын да һалып, йәнә матур һәм күңелле байрам ойошторасаҡ быйыл. Шулай уҡ Башлыҡ тәҡдиме буйынса, һабантуйҙа еңгән урмансыларҙы “Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы эшмәкәре” исеменә тәҡдим итәсәктәр. Һабантуй тик башҡорт телендә үтә, балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар эшләй, тимәк телде үҫтереү өсөн дә яҡшы сара.

– Радий Хәбировтың тағы бер ярҙамы тураһында һөйләгем килә. Элегерәк беҙгә Башҡортостан эшҡыуарҙарына урманды ҡуртымға алыу бик ауыр була торғайны. Әҙерләнеп йөрөйһөң, сауҙалашыуға сығаһың, ә һиңә бирмәйҙәр ҙә ҡуялар. Сөнки сит төбәктәрҙән килгән байҙар ҙур аҡса тәҡдим итә, ә алғас, бер йыл да үтмәй, эштең асылын аңламай урманды ташлап ҡуя ине. Һөҙөмтәлә, урындағы кешеләр эшһеҙ ҡала, урман эштән сыға. Ошо турала Баймаҡ районына эш сәфәре менән килгән Радий Фәрит улына әйткәс, ул “ир-ат һүҙе бирәм, урманды үҙебеҙҙекеләр алыр” тине. Һәм һүҙендә торҙо, мин икенсе йылда урманды ҡуртымға алыуға өлгәштем. Һөҙөмтә булараҡ эш урындары булдырылды, ауыл кешеләре килем ала башланы, – тине ул.

Эшҡыуар урманға бәйле фекерҙәре менән дә уртаҡлашты. “Кешеләр Башҡортостанда урман бөтә тип көйә. Ошо урында аңлатма биреп киткем килә. Республикала план буйынса йыл һайын 9 миллион куб метр урман ҡырҡылырға тейеш. Ә беҙҙә уның яртыһы ла үтәлмәй, сөнки эш ауыр, эшсе ҡулдар етмәй. Әгәр эшҡыуар урманды ҡуртымға ала икән, ул үҙ алдына бик күп бурыстар ала. Күпме ағас ҡырҡа, шунсаны, хатта күберәк ултырта, артынан барыһын да таҙарта, хатта ҡош оялары эшләү, ҡырмыҫҡаларҙы һаҡлауға тиклем бурыстар бар. Беҙҙең арттан бик ныҡ тикшерәләр, шуға күрә намыҫлы эшҡыуар был бурыстарҙың барыһын да башҡара. Һөҙөмтәлә, яңы урман үҫә. Ә ағас, ваҡыты еткәс ҡырҡылырға тейеш, сөнки ул сереп ауа, һөҙөмтә булараҡ урман янғындары килеп сыға һәм ауылдарға янай башлай. Икенсенән, ауыл кешеләренә эш урындары булдырыла”, – тине эшҡыуар.

Фото: шәхси архивтан. 

Радий Фәрит улы һүҙ бирә һәм уны үтәй!
Радий Фәрит улы һүҙ бирә һәм уны үтәй!
Радий Фәрит улы һүҙ бирә һәм уны үтәй!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: