Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Апрель , 21:10

"Һуңғы биш йылда юлдарҙа йәрәхәтләнеү һәм үлем күрһәткестәрен кәметеүгә өлгәштек"

Радий Хәбиров Ространснадзорҙың Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара идаралығы коллективын ведомствоның 20 йыллығы менән ҡотланы.

5 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы буйынса Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең төбәк-ара территориаль идаралығының 20 йыллығы уңайынан үткәрелгән байрам сараһында ҡатнашты.

Тантаналы сара башланыр алдынан Башҡортостан етәксеһе республика трассаларына тикшереү саралары өсөн сыҡҡан транспорттың күсмә контроль пункттарын һәм ведомство автомобилдәрен ҡараны.

Ространснадзорҙың Волга буйы федераль округы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Тимур Мөхәмәтйәнов аңлатыуынса, былтыр транспортта тикшереүҙәр һаны 17,5 процентҡа артҡан, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 4 523 ҡарар сығарылған.

Атап әйткәндә, республика Башлығына Ространснадзор инспекторҙарының автотранспорттың ауырлығын нисек контролдә тотоуын күрһәттеләр. Билдәләп үтәйек, 1 апрелдән 30-ына тиклем ҙур йөк өсөн миҙгел сикләүҙәре осоронда Ространснадзор хеҙмәткәрҙәре махсус ҡорамалдар ярҙамында ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлай. Был яҙғы юл сатында юлдарҙы һаҡлап ҡалыу һәм уларҙың емерелмәүе өсөн кәрәк. Юридик шәхестәр өсөн рөхсәт ителгән параметрҙарҙы арттырған өсөн штраф күләме 250-400 мең һум тәшкил итә.

– Бер нисә йыл элек Башҡортостанда ауырлыҡты контролдә тотоуҙың һөҙөмтәле системаһы булманы. Атап әйткәндә, Рәсәйҙә юлдар оҙонлоғо буйынса республика икенсе урынды биләй. Шуға күрә был эш бик кәрәк ине. 2024 йылдың апрель аҙағында тағы ла 10 үлсәү контроле пунктын сафҡа индерергә планлаштырабыҙ. Шулай итеп, йыл уртаһына беҙҙә ошондай 25 станция эшләйәсәк, – тип һөйләне Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда.

***

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантаналы сарала сығыш яһап, Ространснадзор идаралығы белгестәренең эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

– Эшегеҙҙең сифатына туранан-тура кешеләрҙең тормошо, шулай уҡ юл, һауа һәм диңгеҙ юлдары системаһының һөҙөмтәле эшләүе бәйле. Ә был ҙур эш күләме, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Территориаль идаралыҡ республика юлдарында хәүефһеҙ булһын өсөн күп эшләй. Был беҙҙең берлектәге хеҙмәтебеҙ, ул бик күп яҡлы.

Башҡортостанда транспорт тармағын үҫтереүгә, юлдарҙа авария һәм үлем осраҡтарын кәметеүгә ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне республика етәксеһе.

– Һуңғы биш йылда, берлектәге эш арҡаһында, юлдарҙа йәрәхәтләнеү һәм үлем күрһәткестәрен кәметеүгә өлгәштек, - тине Радий Хәбиров. - Был бик мөһим, сөнки һәр һан артында – ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.

Шулай уҡ республика Башлығы хеҙмәтте ойоштороуҙың башланғысында торған ветерандарға рәхмәт белдерҙе.

– Ветерандарыбыҙ күп йылдар дауамында күп структуралар менән хеҙмәттәшлек итте, хеҙмәт вәкәләттәрен киңәйтте. Бөгөн беҙҙең территориаль идаралыҡ Ырымбур өлкәһендә лә күҙәтеү алып бара, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. - Беҙҙә берлектәге проекттар ҙа бар. Мәҫәлән, Өфөнән Ырымбурға тиклем “Орлан” поезын алырға. Был маршрутта пассажирҙар һаны йыл һайын арта.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ространснадзорҙың төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәренә республика мәнфәғәтенә яуаплы хеҙмәттә яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләне.

Осрашыу аҙағында республика етәксеһе ҡатнашлығында Волга буйы федераль округы буйынса Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең төбәк-ара территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Тимур Мөхәмәтйәнов ведомство наградаларын тапшырҙы.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: