Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Апрель , 19:25

Башҡортостан сәсеүгә әҙерләнә

Яҡынса баһалауҙар буйынса, апрелдең икенсе декадаһында ҡайһы бер райондар баҫыу эштәренә тотона ала.

Башҡортостан сәсеүгә әҙерләнә
Башҡортостан сәсеүгә әҙерләнә

8 апрелдә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тикшерелде.

Республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2024 йылда яҙғы сәсеүҙе ҡаты бойҙай, ҡуҙаҡлы һәм техник культуралар сәсеүлектәрен арттырыу менән 2,078 миллион гектарға тиклем еткерергә күҙаллауҙарын хәбәр итте.

Бынан тыш, яңы уңышҡа былтыр 390 мең гектар ужым культуралары сәселгән, был 2022 йыл күрһәткесенән 31,5 процентҡа күберәк. Яҡынса баһалауҙар буйынса, сәсеүлектәрҙең 95 процентҡа яҡыны яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек торошта.

Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн Башҡортостанда тейешле техника әҙерләнгән. Әле булған 11 мең тракторҙың 7,6 меңдән ашыуы техник тикшереү үткән. 2024 йылдың ғинуар-мартында республика хужалыҡтары 1,5 миллиард һумға 325 берәмек яңы техника һатып алды, тип өҫтәне вице-премьер.

Төбәк хужалыҡтары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары менән тәьмин ителгән, шулай уҡ кәрәкле ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары туплауын дауам итә.

– Республика сәсеү кампанияһын оптималь агротехник сроктарҙа үткәреүгә тулыһынса әҙер, – тине Илшат Фәзрахманов. - Яҡынса баһалауҙар буйынса, апрелдең икенсе декадаһында ҡайһы бер райондар баҫыу эштәренә тотона ала.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл халҡына сәсеү кампанияһын уңышлы үткәреүҙәрен теләне.

- Был аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең мөһим өлөшө, шуға күрә яҙғы баҫыу эштәренә яуаплы ҡарарға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. - Сәсеү барышы тураһындағы докладтарҙы оператив кәңәшмәләрҙә даими тыңлаясаҡбыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: