Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Апрель , 21:10

Башҡортостанда биш йылда 15 мең өлөшсөнөң боҙолған хоҡуғы тергеҙелгән

8 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” үткәрҙе.

Башҡортостанда биш йылда 15 мең өлөшсөнөң боҙолған хоҡуғы тергеҙелгән
Башҡортостанда биш йылда 15 мең өлөшсөнөң боҙолған хоҡуғы тергеҙелгән

8 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” үткәрҙе. Унда өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса  “юл картаһын” тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.

Төбәктең төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов хәбәр итеүенсә, юридик һәм иҡтисади саралар комплексын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикала 2017 йылдан 14866 кешенең хоҡуғы тергеҙелгән. Өлөшсөләрҙең бер өлөшө төҙөлөп бөтмәгән торлаҡ өсөн компенсация түләүҙәре алған. 2024 йылдың апреленә ҡарата төбәктә оҙаҡ төҙөлгән бер нисә йортто файҙаланыуға индереүҙе тамамлайҙар.

Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуғын тергеҙеү бурысын Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе күҙәтеүен билдәләне төбәк башлығы.

- Беҙ был тема менән әүҙем шөғөлләндек һәм дәүләт башлығы күрһәтмәһен ваҡытында үтәнек. Халыҡ мәнфәғәтендәге ҡатмарлы эште хәл итешеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт, - тине Радий Хәбиров.

Фото һәм сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/176415.html

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: