Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Апрель , 20:10

"Башавтотранс"ҡа - 30 яңы автобус

Төбәк етәксеһе  республиканың “Башавтотранс”ҡа техниканы яңыртыуҙа артабан да ярҙам итәсәген билдәләне.

"Башавтотранс"ҡа - 30 яңы автобус
"Башавтотранс"ҡа - 30 яңы автобус

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө-Арена” спорт комплексы алдында “Башавтотранс” филиалдары етәкселәренә яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы.

–Яңы автобустар бөтә республика буйынса, илебеҙ төбәктәре араһында  йөрөйәсәк, шул иҫәптән көньяҡ йүнәлештә, ҙур форумдар үткәргән саҡта, – тине Радий Хәбиров. – Айырыуса билдәләргә теләйем, был уңайлы автобустарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылыр хәрби бурыстарын үтәү өсөн юлға сығасаҡ.

Төбәк етәксеһе дәүләт пассажирҙар ташыусыһына тәьҫирле эше өсөн  рәхмәт белдерҙе һәм республиканың “Башавтотранс”ҡа техниканы яңыртыуҙа ярҙам итәсәген билдәләне.

–Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы илтеүҙә ҡатнашҡан водителдәргә рәхмәт белдергем килә. Был бик ауыр, әммә мөһим кәрәкле хеҙмәт. Һеҙгә бының өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ “Башавтотранс” автобустары паркын яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ, ул – Волга буйы округында иң йәш ойошмаларҙың береһе. Һеҙҙең бурыс – сифатлы хеҙмәт күрһәтеү, пассажирҙар менән һәйбәт мөғәмәлә урынлаштырыу һәм, әлбиттә, сәфәрҙәрҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү.

Башҡортостан Башлығы 53 кешелек яңы автобусты ҡараны. Унда уңайлы пассажир креслолары, ҙур багаж урыны, икенсе водитель өсөн йоҡо урыны, спутник навигацияһы, кондиционер, видеокүҙәтеү, тахографтар, мониторҙар, һыуытҡыс һәм башҡа уңайлыҡтар бар.

–Автобустар сифатлы, яҡшы. Улар иртәгә үк линияға сыға. Уларҙың ярҙамында беҙ сәфәрҙәр географияһын киңәйттек – улар Краснодар, Силәбе һәм башҡа ҡалаларға йөрөй. Шулай уҡ яҡшы автобуста Өфөнән Асҡарға, Салауатҡа, Туймазыға барырға мөмкин, - тине Радий Хәбиров.

 “Башавтотранс”тың генераль директоры Нәдир Сәмиев республика етәкселегенә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм 2022-2023 йылдарҙа турист класындағы 52 автобус алыныуын әйтте.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/176387.html

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: