Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Апрель , 16:30

Иң мөһиме үҫеш бар

Баш ҡалала VII Экология форумы эш башланы. Сара сиктәрендә Экология һәм технологиялар күргәҙмәһе асылды.

Иң мөһиме үҫеш бар
Иң мөһиме үҫеш бар

Йыл да яҙын үткәрелгән күләмле сараны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты. Ул күргәҙмәне ҡарап сыҡты, ҡатнашыусылар менән аралашты.

– Яҙ көндәрендә, йола булараҡ, Башҡортостандың баш ҡалаһына төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә алдынғы белгестәрҙе саҡырабыҙ. Беҙҙең өсөн, әлбиттә, был ҙур яуаплылыҡ та, оло хөрмәт тә.

Илебеҙҙә лә, Башҡортостанда ла биләмәләребеҙ, ҡалаларыбыҙ, ауылдарыбыҙ матур, уңайлы булһын өсөн күп эштәр башҡарабыҙ. Беҙ бөтә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының һөҙөмтәле эшләүен, экологик проблемаларҙы хәл итеүен теләйбеҙ, дөйөм алғанда беҙҙең биләмәлә улар байтаҡ. Шуға күрә беҙгә башҡа төбәктәрҙә эшләп килгән тәжрибәләр менән алмашыу бик ҡыҙыҡлы.

Ҡаҙағстан, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Тажикстан тарафтарынан туғандаш делегацияларҙы һәм Рәсәй төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы ҙур ҡыуаныс менән тәбрикләйбеҙ. Рәсәйҙең 15-тән ашыу төбәгенән вәкилдәр килде. Аралашыу файҙалы булһын, – тине Радий Хәбиров сараны асыу тантанаһында.

Республика Башлығы Ҡыйғы районының “ЭКО” МПК ойошмаһында ҡалдыҡтарҙы төрҙәргә айырыу комплексын файҙаланыуға тапшырыуға старт бирҙе. Был инвестиция проектына 300 миллион һум аҡса һалынасаҡ.

Форумда “Рәсәй экология операторы” ойошмаһының генераль директоры Денис Буцаев ҡатнашты. Ул бер нисә түңәрәк өҫтәлдә булып, төбәк операторҙарының эше менән урында танышырға иҫәп тота. Сараның пленар өлөшөндә сығыш яһап, ул Башҡортостанда төбәк операторҙары менән эштең яйға һалыныуын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Башҡортостан ҡатмарлы проблемаларҙы, тәү сиратта ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе нисек тиҙ һәм сифатлы итеп хәл итергә мөмкинлеген үҙ миҫалында күрһәтте. Төбәктә ер участкаларын бүлеү һәм проекттарҙы раҫлау менән бәйле мәсьәләләр бик тиҙ хәл ителә. Шуны айырым билдәләп үтергә кәрәк: 2023 йылда республика "йәшелдәр" рейтингында 9-сы урынға күтәрелде. Был - бөтә төбәктәр араһында иң ҙур үҫеш, – тине Денис Буцаев.

“Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре системаһын үҫтереү” тип аталған пленар ултырышты Рәсәй экология йәмғиәте башлығы, “Экология” милли проекты советының йәмәғәт-эксперт рәйесе Рәшит Исмаилов алып барҙы. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сәләмләне.

– Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһы бик мөһим. Бында беҙ системалы эш алып барабыҙ, – тине Андрей Назаров һәм көнүҙәк булып ҡалған бер нисә йүнәлеште билдәләне.

Беренсеһе – һауа сифаты менән идара итеүҙең берҙәм системаһын төҙөү. Икенсе йүнәлеш – "ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһы" сараларын системалы тормошҡа ашырыу. Артабанғы йүнәлеш – республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү сәнәғәтен булдырыу. Башҡортостан был йәһәттән төҙөлөш өлкәһендә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү объекттарын төҙөкләндереү буйынса федераль программала ҡатнашыу кәрәклеген белдерә. Дүртенсе йүнәлеш "Экология" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Пленар ултырыштан һуң форумда ҡатнашыусыларҙы түңәрәк өҫтәлдәрҙә һөйләшеүҙәр, конкурстар һәм фәһемле осрашыуҙар көтә. Форум ике көн дауам итәсәк. Балалар өсөн майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре алырға була.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Иң мөһиме үҫеш бар
Иң мөһиме үҫеш бар
Иң мөһиме үҫеш бар
Иң мөһиме үҫеш бар
Иң мөһиме үҫеш бар
Иң мөһиме үҫеш бар
Иң мөһиме үҫеш бар
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: