Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Апрель , 17:10

"Инженер һөнәрҙәре йондоҙлоғо" фестивале була

Сара ике көн дауам итә.

"Инженер һөнәрҙәре йондоҙлоғо" фестивале була
"Инженер һөнәрҙәре йондоҙлоғо" фестивале була

Космонавтика көнөндә, 12 апрелдә, Өфө фән һәм технологиялар университеты - вуз-ара студенттар кампусы резиденты - "Планета" сауҙа үҙәгендә "Инженер һөнәрҙәре йондоҙлоғо" фестивален үткәрә. Сара ике көн дауам итә.

"Инженер һөнәрҙәре йондоҙлоғо" фестивалендә ӨФһТУ фән һәм мәғариф өлкәһендәге иң яҡшы ҡаҙаныштары, шул иҫәптән вуз-ара студенттар кампусы лабораторияларының тикшеренеүҙәре менән танышырға тәҡдим итә. Мәҫәлән, банандың ДНК-һын айырып алыу. Бынан тыш, теләүселәр ракета йәки пилотһыҙ аппарат моделен төҙөй һәм осорта, Тесла катушкаһын һынап ҡарай, электрон тирҙа үҙенең мәргәнлеген тикшерә, археологик ҡаҙыныуҙарҙа үҙен хазина эҙләүсе итеп тоя, иероглифтар яҙырға өйрәнә, ә робот техникаһы менән мауығыусылар "Робот-ҡул" электрон конструкторын төҙөй ала.

Фестивалгә килеүселәрҙе викториналар, приздар уйнатыу көтә. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә "Киләсәк инженеры" күргәҙмәһе асыла. Фотопроект менән 2024 йылдың 12 апреленән 12 майына тиклем танышырға мөмкин.

"Инженер һөнәрҙәре йондоҙлоғо" фестиваленә "Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә ҡушылырға мөмкин: Өфө ҡалаһы, Энтузиастар урамы, 20.

12 апрелдә - 15.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем (- 1 кимәл, үҙәк атриум);

13 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 7-гә тиклем (- 1-се ҡат, үҙәк атриум).

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23548/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: