Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Апрель , 20:40

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

БР Һаҡлыҡ банкы һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ESG өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

Килешеүгә ҡул ҡуйылды
Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Документҡа Өфөлә барған экологик форум сиктәрендә Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов һәм БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов ҡул ҡуйҙы.

Хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре араһында яһалма интеллект технологияларын үҫтереү, һанлы һәм ESG-трансформация һәм башҡалар бар.

Яҡтар тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә тотороҡло үҫеш алымдарын һәм ESG-ты индерергә, ирекмәнлекте, инклюзив проекттарҙы һәм инициативаларҙы үҫтерергә ниәтләй.

– Был килешеү төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә өҫтәмә стимул буласаҡ һәм республикала йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк,– тине Азамат Сәлихов.

– ESG-трансформация өлкәһендәге иң ҙур лидерҙарҙың береһе булған Һаҡлыҡ банкы менән хеҙмәттәшлек тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология өлкәһендәге күп кенә процестарҙы яңы кимәлгә күсерергә, шулай уҡ төбәктең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырырға ярҙам итер, тип ышанам, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Фото:pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: