Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Апрель , 19:30

Туристар өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла

“Экологик форум эшендә ҡатнаштым. Ул беҙҙә һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо һәм Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Беларусь, Ҡырғыҙстан эксперттарын йыйҙы".

Туристар өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла
Туристар өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла

“Экологик форум эшендә ҡатнаштым. Ул беҙҙә һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо һәм Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Беларусь, Ҡырғыҙстан эксперттарын йыйҙы.

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ентекле иғтибар бүлде. 2030 йылға бөтә милли парктарҙа, экоһуҡмаҡтар, йәйәүле турист маршруттары, ял итеү майҙансыҡтары, музейҙар һәм визит-үҙәктәрҙе индереп, экотуризм инфраструктураһы барлыҡҡа килергә тейеш.

Бөгөн беҙҙә 217 шундай биләмә бар, уларҙың дөйөм майҙаны – 1 млн гектарға яҡын. Был тәңгәлдә беҙ Волга буйында алдынғылар иҫәбендә. Башҡортостан матур тәбиғәткә генә түгел, археологик һәйкәлдәргә лә  бай.

Биш йылда беҙ республика әһәмиәтендәге 18 айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырҙыҡ.

Рәсәйҙә тәүгеләрҙән Ҡыҙыл китапҡа индерелгән зубрҙарҙы үрсетә башланыҡ. 2023 йылда Мораҙым тарлауығына Беларустан 18 зубр килтерелде.

Йыл һайын республикабыҙҙы 2 миллиондан ашыу кеше килеп күрә, һәр унынсы турист уның тәбиғәте һәм ландшафты менән танышырға теләй. Туристар өсөн беҙ бөтә шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Башҡараһы эштәр ҙә күп: транспорт йөрөүе, уңайлы шарттар, ҡорамалландырылған асыҡ экоһуҡмаҡтар, кәрәҙле бәйләнеш булдырырға кәрәк.

Бының өсөн экотуризм үҫеше менән ҡыҙыҡһынған инвесторҙар менән әүҙем эшләйбеҙ, биләмәләр теҙмәһен һәм уларҙың паспортын төҙөйбөҙ.

Беҙҙең бурыс – тәбиғәтте һаҡлау һәм йәмәғәтселектең ихтыяжы араһында балансты һаҡлап, власть, бизнес, йәмәғәт ойошмалары һәм битараф булмаған граждандар араһында үҙ-ара диалог төҙөү. Башҡортостанды Көньяҡ Уралдың ысын ынйыһына әйләндереү өсөн эш темпын бер нисә тапҡырға көсәйтәсәкбеҙ” тип яҙҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә.

 

Туристар өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла
Туристар өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла
Туристар өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла
Туристар өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: