Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель , 18:30

Яҙғы баҫыу эштәре башланды

13 районда тракторҙар баҫыуға сыҡты.

Яҙғы баҫыу эштәре башланды
Яҙғы баҫыу эштәре башланды

Стәрлетамаҡ, Шаран, Саҡмағош, Благовар, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Кушнаренко, Баҡалы, Өфө һәм Миәкә райондарында ужым культураларына ашлама һибәләр. Дөйөм алғанда, бөгөнгө көнгә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 9,5 мең гектар ужым культуралары һәм 8,3 мең гектар күп йыллыҡ үлән эшкәртелгән. Ҡырмыҫҡалы районында шулай уҡ һөрөнтө ерҙәрҙә дымды һаҡлап ҡалыу маҡсатында баҫыуҙарҙы тырматыу башланған.

"Бындай һауа торошона иҫәп тотмай инек. Тәжрибә күрһәтеүенсә, яҙҙың һәр сәғәте ҡәҙерле, шуға күрә тәүге мөмкинлек сығыу менән ауыл эшсәндәре баҫыуға төштө. Бөтәһе 400 мең гектар самаһы майҙанда ужым культураларын ашларға кәрәк. Быйыл 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәре атҡарыу планлаштырыла", - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге”нең Башҡоростан буйынса филиалы белгестәре иһә баҫыуҙарға сығып ужым культураларының торошон тикшереү менән мәшғүл. Тап уларҙың тикшереүенән һуң баҫыуҙарҙы ниндәй ауырыуҙан эшкәртергә, күпме ашлама индерергә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт туплана.

 

Фотолар Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан алынды.

 

Яҙғы баҫыу эштәре башланды
Яҙғы баҫыу эштәре башланды
Яҙғы баҫыу эштәре башланды
Яҙғы баҫыу эштәре башланды
Яҙғы баҫыу эштәре башланды
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: