Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Апрель , 20:00

Баҫыу батырҙарына уңыш һәм уңайлы һауа торошо теләйбеҙ!

 Дүртөйлөлә баҫыу эштәре башланған. 

Баҫыу батырҙарына уңыш һәм уңайлы һауа торошо теләйбеҙ!
Баҫыу батырҙарына уңыш һәм уңайлы һауа торошо теләйбеҙ!

Мәғлүм булыуынса, уҙған аҙнала Дүртөйлө районы хужалыҡтары баҫыу эштәрен башлаған. 12 апрелдә “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландыра башлаған. Ике агрегат ашламалар индереү өсөн, ә заманса сымлы тырма ашламалар тултырыу өсөн ҡулланыла.

Әйтергә кәрәк, ленинсылар яңы хеҙмәт миҙгеленә ныҡлы әҙерләнгән. Элиталы борсаҡ, арпа, ҡаты бойҙай, көнбағыш, кукуруз һәм соя орлоҡтары һатып алғандар. Техниканан тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеү өсөн культиватор, шулай уҡ 22 метрлыҡ ике эҙле тырма һатып алына.

560 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуҙан тыш, ужым культураларын 1760 гектарҙа туҡландырыу, 5706 гектарҙа дымды ябыу һәм 3432 гектар майҙанда үҫтереү бурысы тора. Эштәр ыңғай бара, мәҫәлән, 13 апрелгә  ҡарата 530 тонна күләмендә орлоҡтарҙы ағыулау тамамланған.

Баҫыу эштәре барышын Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов үҙе күҙәтеп тора.

- Яңы – 2024 йылдың сәсеү миҙгеленә старт бирҙек. Беҙҙең ауыл эшсәндәре быйыл да республикала алдынғы урындарҙы бирмәҫ һәм бай Дүртөйлө районын данлар, тип ышанам. Баҫыу батырҙарына уңыш һәм уңайлы һауа торошо теләйбеҙ! – тип изге теләктәрен еткерҙе Риф Йосопов.

Фото: Риф Юсупов

Баҫыу батырҙарына уңыш һәм уңайлы һауа торошо теләйбеҙ!
Баҫыу батырҙарына уңыш һәм уңайлы һауа торошо теләйбеҙ!
Баҫыу батырҙарына уңыш һәм уңайлы һауа торошо теләйбеҙ!
Баҫыу батырҙарына уңыш һәм уңайлы һауа торошо теләйбеҙ!
Баҫыу батырҙарына уңыш һәм уңайлы һауа торошо теләйбеҙ!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: