Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Апрель , 13:30

Өфө аэропорты – иң алдынғыларҙың береһе

Баш ҡалабыҙҙағы аэропорт “Рәсәй ҡанаттары” Милли премияһының “Аэровокзал комплексының иң яҡшы инфраструктура комплексы” номинацияһында еңеүсе тип танылды.

Өфө аэропорты – иң алдынғыларҙың береһе
Өфө аэропорты – иң алдынғыларҙың береһе

Баш ҡалабыҙҙағы аэропорт “Рәсәй ҡанаттары” Милли премияһының “Аэровокзал комплексының иң яҡшы инфраструктура комплексы” номинацияһында еңеүсе тип танылды.

Мостай Кәрим исемендәге “Өфө халыҡ-ара аэропорты” акционерҙар йәмғиәте – бөтә төр самолеттарҙы ла ҡабул итергә һәләтле заманса авиация комплексы. Ҡаланан 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан объектты 50-нән ашыу Рәсәй һәм сит илдәр компанияһы файҙалана.

“Беҙ юғары наградаға лайыҡ булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Пассажирҙар ағымы буйынса беҙҙе бер нисә тапҡырға ашып киткән аэропорттар менән ярышыуыбыҙҙы иҫәпкә алғанда, был айырыуса ҡыуаныслы хәл. Премия беҙҙең өсөн юғары кимәлдә танылыу ғына түгел, ә ҙур яуаплылыҡ та булып тора  – сервисты көн һайын яҡшырта барырға тейешбеҙ”, – ти аэропорттың генераль директоры Александр Андреев.

“Рәсәй ҡанаттары” Милли премияһы 27 йыл дауамында тапшырылып килә. Ошо дәүер эсендә ул һөнәри йәмәғәтселек һәм пассажирҙар араһында ҙур абруй ҡаҙанды. Премияға тармаҡтың көнәркәшлеккә һәләтен яҡшыртҡан, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү кимәлен күтәргән, яңы технологияларҙы үҙләштергән авиакомпаниялар лайыҡ була.  

Фото: avtodispetcher.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: