Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Апрель , 20:35

Уҡыусылар хеҙмәт баҙары менән таныша

Предприятиеларға 250-нән ашыу экскурсия ойоштороу ҡаралған...

Уҡыусылар хеҙмәт баҙары  менән таныша
Уҡыусылар хеҙмәт баҙары менән таныша

Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй профессиональ йүнәлештәге “Турникеттарһыҙ аҙна” акцияһында ҡатнаша. “Рәсәйҙә эшлә!” федераль программаһына ярашлы үткәрелгән сара йылына ике тапҡыр – апрель һәм октябрь айҙарының өсөнсө аҙнаһында уҙа.

–“Турникеттарһыҙ аҙна” – уҡыусыларҙы, студенттарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен предприятиелар менән таныштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы. Хеҙмәт баҙары шарттарында иртә профессиональ йүнәлештең ҡиммәте, уҡыу йорттарының һәм дәүләт структураларының был эштәге берҙәмлеге бер нисә тапҡырға арта, – тип белдерҙе ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Министр билдәләүенсә, өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар предприятиеларҙа булыу һәм производство процесын үҙ күҙҙәре менән күреү мөмкинлегенә эйә. Улар белгестәр менән аралашып, хеҙмәт шарттары менән ҡыҙыҡһына ала, хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр тураһында белеме арта. Бөтәһе предприятиеларға 250-нән ашыу экскурсия ойоштороу ҡаралған, ойошма вәкилдәре менән осрашыуҙар, мәктәп-вуз-предприятие форматында ата-әсәләр йыйылыштары үтәсәк.

Республикала “Турникеттарһыҙ аҙна” акцияһы 2017 йылдан алып уҙғарыла.

 

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: