Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель , 13:30

Ишембай трикотажына ихтыяж ҙур

Заманса технологиялар ҡулланған предприятиеның киләсәге ышаныслы.

Ишембай трикотажына ихтыяж ҙур
Ишембай трикотажына ихтыяж ҙур

Тегеү сәнәғәтенә йылдан-йыл яңы технологиялар индерелеүе продукцияның ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланылыуына булышлыҡ итә. Тегеү производствоһында әйберҙәрҙең сифатына иғтибар биреү, яңы заманса моделдәр әҙерләү, үҙенсәлекле тауар етештереү – былар барыһы ла һатып алыусыларҙы ылыҡтыра.

Был йәһәттән “Ишембай трикотажы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә - йылдам үҫеш алған йәш предприятие. Билдәле булыуынса, ул ҙур тарихлы  Ишембай трикотаж әйберҙәре фабрикаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Алдынғы технологиялар, етештереү күләме үҫеше алымдарын индереү ыңғай йоғонто яһай. 

Заман менән бергә атлағанда, уңайлы хеҙмәт шарттары тыуҙырғанда, үҙ һөнәренең оҫталары булғанда, эш тә алға бара.

Маҡтанырлыҡ күрһәткестәр ҙә бар. 2022-2023 йылдарҙа етештереү цехына капиталь ремонт эшләнгән. Яңыртылған яҡты, матур бинала быйыл эш башланған. Тегенселәрҙең уңайлы шарттарҙа хеҙмәт итеүен хәстәрләп күрелгән сара был.

Яңы ҡорамалдар алыу ҙа эш сифатына йоғонто яһай. Предприятие заманса сәнәғәт ҡорамалдары менән даими тулылана. 2022-2023 йылдарҙа предприятиела уларҙы яңыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Туҡымаға тура баҫыу өсөн принтер, кеттель машиналары, ойоҡ-ойоҡбаш ҡорамалы алынған. 

“Ишембай трикотажы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш технологы Наталья Гусева әйтеүенсә, продукцияның төрлөлөгөнә ҙур иғтибар бирелә. Бында бөтә ғаилә өсөн кейемдәр тегелә, кесеһенән алып олоһона тиклем үҙенә оҡшағанын һайлай ала. Пижамалар, эске кейемдәр, салбарҙар, джемперҙар һәм башҡа бик күп төрлө продукция сығарыла. Уның йомшаҡ, тәнгә уңайлы булыуына ла ҙур иғтибар бирелә.

- Барлыҡ технология процесы нормативтарын тулы һәм теүәл итеп үтәү юғары сифатлы продукция етештереүгә булышлыҡ итә. Коллективтың һөнәри оҫталығы, ҡорамалдарҙы ваҡытында модернизациялау, ҡулланыусыларҙың талаптарын иғтибарға алыу был йәһәттән ҙур роль уйнай. ”Ишембай трикотажы” йәмғиәтендә етештерелгән әйберҙәр экологик таҙа материалдарҙан эшләнеүе менән дә үҙенсәлекле, – ти баш технолог Наталья Александровна.

Идеянан башлап һатыуға тиклем фабрика тулы циклда эшләй. Коллекция булдырыу - эҙмә-эҙлекле башҡарылған эш. Маҡсатлы аудиторияны анализлап эшләнә ул. Белгестәр һатып алынған кейемде кемдең һәм ниндәй шарттарҙа кейәсәген билдәләй, һуңынан технологтар һәм дизайнерҙар эскиз һыҙа, кейем өлгөһөн әҙерләй, тәжрибә моделдәрен булдыра. Ҡарап тороуға еңел һымаҡ тойолһа ла, һәр моделгә күмәк кешеләрҙең хеҙмәте һалынған. Предприятиеның модель-тәжрибә цехында даими рәүештә ассортиментты яңыртыу, яңы моделдәр әҙерләү буйынса эш алып барыла. Һуңынан улар производствоға индерелә. Белгестәр билдәләүенсә, 2022 йылда - 76, былтыр 67 яңы модель әҙерләнгән.

Предприятиела эш урындары ла артыуға бара. Һуңғы ике йылда биш яңы эш урындары барлыҡҡа килгән. Улар - баҫыу ҡорамалы операторы, ойоҡбаш производствоһы технологы, кейем дизайнеры, маркетплейс менән эшләүсе белгес.

Төрлө конкурс-күргәҙмәләрҙә лә үҙҙәренең оҫталығын һынай, тауарҙарының сифатлы булыуын дәлилләй предприятие коллективы. Мәҫәлән, былтыр Өфөлә уҙғарылған “Легпром2023” күргәҙмә–форумында ҡатнашҡандар. Унда офис өсөн кейем коллекцияһын күрһәткәндәр.

Матур, уңайлы, сифатлы Ишембай трикотаждары Башҡортостанда ғына түгел, унан ситкә лә һатыуға күпләп сығарыла.

Фото: “Ишембай трикотажы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте архивынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: