Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Апрель , 18:30

Башҡортостан делегацияһы Ташкентта күргәҙмәлә ҡатнаша

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге рәсми делегация Халыҡ-ара “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Үзбәкстанға юлланды. 

Башҡортостан делегацияһы Ташкентта күргәҙмәлә ҡатнаша
Башҡортостан делегацияһы Ташкентта күргәҙмәлә ҡатнаша

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге рәсми делегация Халыҡ-ара “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Үзбәкстанға юлланды. Сара Ташкент ҡалаһында иртәгә, 22 апрелдә, асыла һәм 24 апрелгә тиклем эшләй. Күләмле күргәҙмәне үткәреүҙең төп маҡсаты – сәнәғәт хеҙмәттәшлеген киңәйтеү, сәнәғәт үҫешенең яңы нөктәләрен билдәләү, шулай уҡ берлектәге производстволар булдырыу.

Башҡортостан делегацияһы составында – дәүләт власы органдары, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, шулай уҡ 66 төрлө предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре.

Башҡортостан делегацияһы үҙ майҙансығында республиканың туристик ҡеүәте, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы менән таныштыра, ошонда уҡ Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар уҙғарыла.

Ташкенттағы күргәҙмәлә беҙҙең республика стенды бик күп видеоэкрандарҙан тора. Уларҙың һәр береһе Башҡортостан сәнәғәтенең мөһим этаптарын: нефть химияһы, машиналар эшләү, еңел һәм агросәнәғәтте сағылдыра. Стендта күрһәтелгән сәнәғәт эшкәртмәләре араһында Күмертау авиация предприятиеһы етештергән Ка-32 вертолеты, “Өфө трамвай-троллейбус заводы” акционерҙар йәмғиәтенең троллейбусы, “Иҙелнефтемаш” ЯСЙ-һының “Иҙел-270” быраулау ҡулайламаһы, “НЕФАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләнгән электробус, “Витязь” машиналар эшләү компанияһынан вездеход, “Инмаш” концернынан шариклы-винтлы передача, “Башнефтегеофизика” йәмғиәтенән “Батыр” макеты бар.  

Үҙ сиратында, Башҡортостан вәкилдәре Үзбәкстандың төрлө компаниялары эшмәкәрлеге менән дә танышасаҡ.

«ИННОПРОМ. Үҙәк Азия» - башҡа илдәр һәм компаниялар менән иҡтисади һәм инновация бәйләнештәрен үҫтереүҙә мөһим аҙым, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар республика Хөкүмәтендә. Бында бер нисә ике яҡлы документҡа ҡул ҡуйыу планлаштырылған. Һүҙ, атап әйткәндә, 2024-2025 йылдарға Караганда өлкәһе менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса саралар планы тураһында бара. Бынан тыш, Караганда Республикаһының Министрҙар Советы һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса “юл картаһы”на ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм уның командаһы, дуҫ илдәр менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереп, төбәк предприятиелары өсөн яңы баҙарҙарға юл аса алды. Үзбәкстан менән килешеүҙәр бизнесҡа юл һалды, шул арҡала үҙ-ара сауҙа күләме өстән бер өлөшкә артты.

Башҡортостан Үзбәкстанға нефть һәм минераль продукттар, битум, пластик, ағас плитәләр һәм материалдар, инструменттар, һөт продукцияһы, бал һәм башҡа продукция оҙата. Былтыр тәүге 15 төп тауар исемлегенә Башҡортостан заводтарында етештерелгән сым, арматура, быяла һәм башҡа продукция инде. Үҙ сиратында, республика металлургия продукцияһы, өҫ, аяҡ кейемдәре, текстиль, йәшелсә һәм емеш-еләк ала.

2023 йылда Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 170,1 миллион доллар тәшкил иткән, был бер йыл элеккегә ҡарағанда – 20 миллионға, ә 2021 йылғы кимәлдән 57 миллионға күберәк. Йыл йомғаҡтары буйынса Үзбәкстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 8-се урындан 5-сегә күтәрелде.

Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: