Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Апрель , 20:55

“Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә уйлайбыҙ”

Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров Үзбәкстанға эш сәфәренә ҡағылышлы яңы яҙма менән уртаҡлашты. 

“Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә уйлайбыҙ”
“Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә уйлайбыҙ”

Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә Үзбәкстанға эш сәфәренә ҡағылышлы яңы яҙма менән уртаҡлашты.

Ташкентта “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” халыҡ-ара күргәҙмәһендә эште башлайбыҙ. Билдәләп үтергә кәрәк, республикабыҙ форумдың стратегик партнеры булып сығыш яһай. Был күргәҙмә эшенә юғары кимәлдә йәлеп ителеүебеҙ һәм продукцияны Үзбәкстан баҙарына сығарыу буйынса етди ниәттәребеҙ тураһында һөйләй.

Рәсми асыу тантанаһы иртәгә була. Үзбәкстандағы коллегаларыбыҙ менән төрлө өлкәләрҙә, тәү сиратта – сәнәғәттә хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙе тикшерергә уйлайбыҙ: уртаҡ производстволар булдырыу буйынса пландарыбыҙ бар.

Үзбәкстан – яҡын күршеләребеҙҙең береһе. Республика беҙгә менталитеты һәм ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса яҡын, беҙгә туғандаш телдә һөйләшәләр. Был ил менән беҙҙе күршеләрсә татыу мөнәсәбәттәр бәйләй, үҙ-ара тауар әйләнеше әүҙем үҫешә. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Үзбәкстан – Башҡортостандың партнерҙары араһында тәүге бишәүҙең береһе. Үҙ-ара тауар әйләнеше бер йылда 13,1 процентҡа, шул иҫәптән экспорт 17,3 процентҡа артҡан.

2022 йылдың аҙағынан Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында республикабыҙ вәкиллеге эшләй. Был ваҡыт эсендә вәкиллек булышлығында Башҡортостанға бер нисә инвестиция проекты йәлеп ителде.

Форумда Үзбәкстандағы коллегаларыбыҙға “Алға” махсус иҡтисади зонаһы, нефть химияһы тармағындағы ҙур предприятиелар, Өфөнөң буласаҡ юбилейын нисек билдәләү тураһында һөйләйәсәкбеҙ, шулай уҡ ҡунаҡсыл республикабыҙҙың туристик ҡеүәтен күрһәтәсәкбеҙ.

Ғәҙәттәгесә, беҙ рәсми делегациянан тыш, эшлекле башланғыстар менән дә шөғөлләнәбеҙ. 70-ләгән ойошма – еңел, нефть-газ, химия сәнәғәте һәм ауыл хужалығы өлкәләре өсөн Үзбәкстандан партнерҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн В2В майҙансығы әҙерләнек.

Күргәҙмәнең төп маҡсаты – Үзбәкстандағы коллегаларыбыҙ менән тағы ла күберәк уртаҡ нөктәләр табыу һәм артабанғы хеҙмәттәшлекте әүҙем өйрәнеү. Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Сығанаҡ: vk.com/agnazarov

“Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә уйлайбыҙ”
“Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә уйлайбыҙ”
“Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә уйлайбыҙ”
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: