Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Апрель , 23:15

Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек киңәйә

Үзбәкстан Республикаһында Андрей Назаров Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырҙы. 

Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек киңәйә
Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек киңәйә

Үзбәкстан Республикаһына эш сәфәре барышында Андрей Назаров Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырҙы. Сара Хөкүмәт Премьер-министры етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ташкентҡа визитының тәүге көнө сиктәрендә уҙҙы.  

Башҡортостан менән Үзбәкстанды уртаҡ тарих, шулай уҡ берҙәм милли тамырҙар, йолалар һәм аттарға һөйөү берләштерә, тип билдәләне Андрей Назаров. Бөгөн Үзбәкстан – Башҡортостандың иң ышаныслы һәм мөһим уҙаҡташтарының береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Министрҙар Кабинеты башлығы.

- Тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Үзбәкстан 5 урынды биләй. Һуңғы йылда үҙ-ара сауҙа итеү күләме 13 проценттан ашыуға артҡан, Башҡортостанда етештерелгән продукцияға ихтыяж 17 процентҡа артҡан. Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында ойошторолған Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиллеге лә республикалар араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә, - тип һөйләне Премьер-министр.

Премьер инвесторҙар өсөн асыҡ һәм ышаныслы партнер булараҡ Башҡортостандың өҫтөнлөктәрен һанап үтте. Республикала биш йылдам үҫеш биләмәһе, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы, 12 индустриаль һәм 19 технопарк, 10 сәнәғәт кластеры бар. Партнер төбәктәр менән тағы  туғыҙ кластер булдырыла.

Премьер-министр Башҡортостандың туристик ҡеүәтен асыуға һәм уның спорт ҡаҙаныштарына ҙур иғтибар бүлде. Пландар хаҡында һөйләгәндә, Башҡортостан делегацияһы башлығы үзбәк коллегаларын Башҡортостанға килергә һәм 2024 йылдың мөһим һәм сағыу ваҡиғаһында – Өфөнөң 450 йыллығында ҡатнашырға саҡырҙы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: