Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Апрель , 18:50

Үзбәкстанда эш сәфәре дауам итә

Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев социаль селтәрҙә яҙма менән уртаҡлашты.

Үзбәкстанда эш сәфәре дауам итә
Үзбәкстанда эш сәфәре дауам итә

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы бөгөн Үзбәкстан Республикаһында эш сәфәрендә. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев социаль селтәрҙә яҙма менән уртаҡлашты.

“Үзбәкстанда эште дауам итәбеҙ!

Бөгөн “Чирчик” технопаркында булдыҡ, хеҙмәттәшлек тураһында һөйләштек. Технопарктың идара итеү компанияһы командаһының резиденттар йәлеп итеү, уларға ярҙам күрһәтеү һәм производствоны үҫтереү йәһәтенән һөҙөмтәле эшен күрҙек.

“Узкимëсаноат” технопаркының баш компанияһы етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле йүнәлештәре тураһында фекер алыштыҡ.

Эш дауам итә!” – тип яҙҙы Александр Шельдяев.

Сығанаҡ: vk.com/sheldyaevrb

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: