Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Апрель , 21:30

Аҡсаны отошло шарттарҙа һаҡлап та, туплап та була

Республикала йәшәүселәр оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһында ҡатнаша ала. 

Аҡсаны отошло шарттарҙа һаҡлап та, туплап та була
Аҡсаны отошло шарттарҙа һаҡлап та, туплап та була

Ағымдағы йылдың ғинуарынан оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы эшләй башланы. Был һаҡлыҡ продукты граждандарға киләсәктә өҫтәмә килем алырға йәки «хәүефһеҙлек мендәрҙәре» булдырырға мөмкинлек бирә.

Бөгөн, 22 апрелдә, «Оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы – баҙарҙа яңы финанс инструменты» тигән семинар-кәңәшмә үтте. Семинарҙа яңы һаҡлыҡ ҡоралының үҙенсәлектәре, уның өҫтөнлөктәре, программала кемдәрҙең ҡатнаша алыуы һәм быны ниндәй шарттарҙа эшләргә мөмкин булыуы хаҡында һөйләнеләр. Был темаға Рәсәй Финанс министрлығының Финанс сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Павел Шахлевич, Рәсәй Банкының Инвестиция финанс аралашсылары департаменты директоры Ольга Шишлянникова, Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарының милли ассоциацияһы президенты Сергей Беляков сығыш яһаны.

Бәлиғ булған мәлдән алып төрлө йәштәге граждандар оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы менән файҙалана ала. Бынан тыш, балаң йәки башҡа кеше файҙаһына ла килешеү төҙөргә мөмкин. Программала ҡатнашыу ирекле.

Һаҡлыҡ аҡсаларының һаҡланыуын һәм килемлелеген тәьмин иткән һәм ошо аҡсаларҙы түләгән программаның операторҙары булып дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары сығыш яһай.

Кеше һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаһын үҙенең аҡсаһынан, шулай уҡ элек булдырылған пенсия тупланмалары иҫәбенә формалаштыра ала. Пенсия иҫәбенән оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсалар килешеүе буйынса иҫәпкә аҡсаны берҙәм Дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында йәки НПФ-ҡа ғариза тапшырып ебәрергә мөмкин.

Программала түләнгән взностарҙың күләменә һәм даимилығына бер ниндәй ҙә талаптар ҡаралмаған. Беренсе һәм артабанғы взностарҙың күләмен граждан үҙ аллы билдәләй, улар 2000 һумдан башлана.

Бынан тыш, эш биреүсе лә оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһына ярашлы иғәнә түләй ала. Иҫәпкә күсерелгән аҡса 2,8 миллион һумға страховкалана.

Яңы механизм программала ҡатнашыусылар өсөн төрлө дәртләндереү сараларын, шул иҫәптән дәүләт яғынан йылына 36 мең һумға тиклем өҫтәмә финанслауҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, системала ҡатнашыусылар йылына 400 мең һумға тиклем взнос түләгәндә йыл һайын 52 мең һумға тиклем һалым ҡайтармаһын юллай ала.

Аҡсаны программала ҡатнашҡандан һуң йәки ҡатын-ҡыҙҙарға - 55, ир-егеттәргә 60 йәш тулғанда өҫтәмә килем итеп файҙаланырға мөмкин. Аҡсаны теләгән ваҡытта алырға мөмкин, ләкин ваҡытынан алда килемде юғалтмайынса ауыр тормош хәлендә ҡалған осраҡта ғына, мәҫәлән, ҡиммәтле дауалау йәки балаларға белем биреү талап ителгәндә сығарырға мөмкин.

Программаның шарттары менән ентекләберәк “Минең финанстарым” сайтында танышырға мөмкин.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: