Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель , 18:40

Башҡортостан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән эшләргә теләй

Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Тимур Зәбиров менән осрашты.

Башҡортостан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән эшләргә теләй
Башҡортостан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән эшләргә теләй

Бөгөн Дубайҙа “Мөмкинлектәр донъяһы” халыҡ-ара бизнес-форумы майҙансығында республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Тимур Зәбиров менән осрашты. Көн тәртибендә – Башҡортостандың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре.

Осрашыуҙы асып, Радий Хәбиров 17 апрелдә Мәскәүҙә Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы майҙансығында сит дәүләттәрҙең дипломатик корпусы өсөн Башҡортостандың иҡтисади, инвестиция һәм туристик ҡеүәте менән таныштырыу сараһын уҙғарыу хаҡында һөйләне.

– Унда 85 дәүләт илселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ шулай уҡ күргәҙмә, мәҙәни программа әҙерләнек. Презентациянан һуң бик күп аралаштыҡ, бәйләнештәрҙе яйға һалдыҡ. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров был сараға юғары баһа бирҙе.

Билдәләп үтәйек, Башҡортостан донъяның 100-ҙән ашыу дәүләте менән хеҙмәттәшлек итә. Тығыҙ мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн республика Рәсәй Федерацияһының сауҙа вәкиллектәре составында үҙенең вәкиллектәрен аса. Улар әле үк Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Ҡытайҙа һәм Төркиәлә эшләй. Иранда һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ошондай вәкиллектәр асыу мәсьәләһе өйрәнелә.

Республика ғәрәп илдәре менән киң хеҙмәттәшлек итергә әҙер, тип билдәләне Радий Хәбиров. Һүҙ үҙ-ара сауҙаны үҫтереү, Яҡын Көнсығыш һәм Африка илдәре баҙарына сығыу буйынса берлектәге проекттар хаҡында бара.

– Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре алтынсы урынды биләй. Былтыр ғына сауҙа күләме биш ярым тапҡырға артты. Был бик яҡшы күрһәткес. Беҙ юғары технологиялар, спорт һәм туризм өлкәләрендә үҙ-ара эш итеүҙе әүҙем киңәйтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Рәсәй Илсеһе Башҡортостан Башлығына хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ иткәне һәм ынтылышы өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре – ғәрәп донъяһында беҙҙең төп сауҙа-иҡтисади партнерыбыҙ, – тип билдәләне Тимур Зәбиров. – Рәсәйҙең был ил менән берләшеү өсөн мөмкинлектәре ҙур. Хеҙмәттәшлекте сифатлы яңы кимәлгә сығара алабыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: