Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель , 20:30

Берләшкән Ғәрәптәр Әмирлектәре менән сауҙа нығый

Бының өсөн мөмкинлектәр ҙә киң.  

Берләшкән Ғәрәптәр Әмирлектәре менән сауҙа нығый
Берләшкән Ғәрәптәр Әмирлектәре менән сауҙа нығый

23 апрелдә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Көнсығышҡа тәҙрә: Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә сауҙа һәм бизнес өсөн мөмкинлектәр” сессияһында сығыш яһаны. Был сара “Мөмкинлектәр донъяһы” халыҡ-ара бизнес-форумы сиктәрендә ойошторолдо.

Дискуссияның модераторы Рәсәй-Әмирлектәр эшлекле советының рәйесе, «Росгеология» акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Сергей Горьков булды.

 -Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән мөнәсәбәтте үҫтереү өсөн Башҡортостандың потенциалы ҙур. Был нефть, газ, химия, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, фән, мәҙәниәт һәм башҡа йүнәлештәр, - тине Сергей Горьков. - Республиканың предприятиелары һәм эшҡыуарҙары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән партнерҙары менән күп уртаҡ нәмә табырҙар.

Башҡортостан Башлығы сығышында Рәсәй төбәге һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең оҡшаш яҡтарын билдәләне.

- Башҡортостан – дәүләт берекмәһе булараҡ, башҡорт милләтен күрһәткән ете ырыу берләшеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Артабан улар ирекле рәүештә Рәсәй дәүләте составына ҡушылырға ҡарар итә. Шул ваҡыттан алып беҙ Рәсәй Федерацияһының таянысы. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре лә төрлө ырыуҙар берләшеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән, - тине Радий Хәбиров. - Башҡортостан – Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ислам үҙәге. Тап Өфөлә 230 йыл элек илебеҙҙең Мосолмандар Үҙәк Диниә назараты булдырылған. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре лә - донъялағы ислам үҙәктәренең береһе.

Иҡтисадҡа туҡталып, республика етәксеһе Башҡортостан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһында тышҡы сауҙа әйләнеше үҫешенең юғары динамикаһын билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: