Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель , 18:30

Эшлекле осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы

Радий Хәбиров Рәсәй-Ғәрәп Әмирлектәре эшлекле советы рәйесе, “Рәсәй геологияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры – идара рәйесе Сергей Горьков менән осрашты.

Эшлекле осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы
Эшлекле осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы

23 апрелдә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә “Мөмкинлектәр донъяһы” халыҡ-ара бизнес-форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй-Әмирлек эшлекле советы рәйесе, “Рәсәй геологияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры – идара рәйесе Сергей Горьков менән осрашты. Көн тәртибендә – Башҡортостан менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре предприятиелары араһында бизнес һәм сәнәғәт өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу перспективалары.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре – ул Көнсығышты һәм Көнбайышты тоташтырыусы глобаль эшлекле һәм иҡтисади үҙәк, тип билдәләне Сергей Горьков. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең транспорт-логистика инфраструктураһы – донъяла иң яҡшыларҙың береһе, шул иҫәптән бында бизнестың төрлө тармаҡтары өсөн тейешле инфраструктураһы булған 40-тан ашыу махсус зона булыуы арҡаһында.

Уларҙың береһе – 5,5 мең гектар майҙанлы Евразия сауҙа-сәнәғәт хабы. Уның маҡсаты – етештереү, сик-ара сауҙа өсөн бер тәҙрә хеҙмәтен булдырыу, шулай уҡ Фарсы ҡултығы илдәрендә һәм башҡа дәүләттәрҙә бизнесты үҫтереү буйынса өҫтәмә ҡоралдар алыу. Хаб резиденттарына льготалы шарттар һәм ерҙе, етештереү һәм склад майҙансыҡтарын ҡуртымға алыуға ташламалар, шулай уҡ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә бизнес алып барыу буйынса тулыһынса оҙатыу ҡаралған.

Хаб ярҙамында Рәсәй компаниялары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре биләмәһендә етештереү һәм йыйыу майҙансыҡтары, склад инфраструктураһы төҙөй, производствоны локалләштерә, Рәсәй продукцияһын сит ил дәүләттәре баҙарына сығарыуҙы ойоштора, шулай уҡ башҡа мөмкинлектәр һәм өҫтөнлөктәр ала ала, тип хәбәр итте Сергей Горьков.

Башҡортостандың байтаҡ компаниялары Фарсы ҡултығы илдәре баҙарына сығыу менән ҡыҙыҡһына, тип билдәләне рәйес һәм улар өсөн Өфөлә Евразия хабының мөмкинлектәре менән таныштырыуҙы үткәрергә тәҡдим итте.

Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм Рәсәй-Әмирлек эшлекле советы командаһын Башҡортостанға, шул иҫәптән эре халыҡ-ара һәм федераль бизнес-форумдарҙа ҡатнашыу өсөн саҡырҙы.

Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан менән “Рәсәй геологияһы” акционерҙар йәмғиәте араһында үҙ-ара эшмәкәрлек тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың июнендә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Радий Хәбиров һәм Сергей Горьков ер аҫтын геологик өйрәнеү һәм үҙләштереү, шулай уҡ республиканың минераль-сеймал базаһын тергеҙеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй-Әмирлек эшлекле советы Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән ойошторолған. Уның төп бурыстары – Рәсәй һәм Әмирлек эшҡыуарҙары араһында эшлекле бәйләнештәрҙе һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү, Рәсәй бизнесын Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре баҙарына сығарыу, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән Рәсәйгә инвестициялар йәлеп итеү.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: