Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель , 20:15

Wildberries компанияһы комплексы төҙөлә

Был сауҙа үҫешенә уңайлы мөмкинлектәр аса.

Wildberries компанияһы комплексы төҙөлә
Wildberries компанияһы комплексы төҙөлә

23 апрелдә Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Wildberries компанияһының генераль директоры Татьяна Бакальчук менән осрашты, унда Рәсәй маркетплейсының республика менән хеҙмәттәшлек перспективалары тикшерелде. Йәғни төбәк биләмәһендә заманса логистик комплекс төҙөү тураһында һүҙ барҙы.

Wildberries – Рәсәйҙең ҙур интернет-магазиндарының береһе, ул ҡулланыусылар тауарҙарының киң ассортиментын һатыуға махсуслашҡан. Маркетплейс Рәсәйҙә, Белоруссияла, Әрмәнстанда, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Ҡырғыҙстанда, Азербайжанда эшләп килә. Көн һайын компания һатып алыусыларға 12 миллиондан ашыу тауар ебәрә. Үҙҙәренең складтарының дөйөм майҙаны 1,5 миллион тирәһе квадрат метр тәшкил итә. Ә заказдарҙы тапшырыу пункттарының селтәре 38 меңдән артып китә.

Татьяна Бакальчук Башҡортостанда логистик комплексы төҙөүгә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Инвестпроектты тормошҡа ашырыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һатыуға еңел старт бирәсәк.

-Беҙҙең өсөн Башҡортостан - ҙур потенциалы булған мөһим төбәк, - тине Татьяна Бакальчук. – Республика етәксеһе менән бәйләнеште көйләү мөһим. Төбәк һәм эшҡыуарҙар үҫеше өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыу маҡсатында үҙ-ара ышаныста бергәләп эшләргә теләйбеҙ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бизнесҡа ярҙамдың комплекслы саралары булдырылыуын билдәләне. Инвестпроектты тормошҡа ашырыу өсөн инвесторға Өфө районында ҡуртымға ер участкаһы бирергә планлаштыралар.

-Интернет-сауҙа өлөшө йылдан-йыл арта. Ә Башҡортостанда Рәсәйҙең алдынғы маркетплейстарының логистика үҙәктәрен булдырыу буйынса уңышлы тәжрибәһе бар, - тине Радий Хәбиров.

 

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: