Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель , 13:00

Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң төп урамында – Октябрь проспектында урынлашҡан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын тыш яҡтан күреүселәрҙә ҡурсаҡ кеүек матур ошо бинаны эске яҡтан да күреү теләге уяналыр, моғайын. 

Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң төп урамында – Октябрь проспектында урынлашҡан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын тыш яҡтан күреүселәрҙә ҡурсаҡ кеүек матур ошо бинаны эске яҡтан да күреү теләге уяналыр, моғайын. Эйе, капиталь ремонттан һуң сәнғәт усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, кескәйҙәрҙе генә түгел, өлкән тамашасыларҙы ала үҙенә йәлеп иткән үҙәккә әйләнде.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. Уның тарихы 1932 йылдан башлана. 1976 йылға тиклем коллективҡа төрлө урындарҙа эшләргә, ижад итергә, спектаклдәр ҡуйырға тура килә. Тап шул йылда Октябрь проспектының әлеге урынында театрға тәғәйен бина төҙөп тапшырыла. Бер кемгә лә сер түгел: заман менән бергә театр сәнғәте лә үҫешә, яңы эш алымдарын, технологияларҙы үҙләштерә, әммә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының коллективына үҙҙәрен күп йәһәттән сикләргә тура килә, сөнки 47 йыл дауамында бында бер тапҡыр ҙа ремонт эштәре башҡарылмай. Ниһайәт, бынан ике йыл элек, 2022 йылдың апрелендә бинаны капиталь рәүештә үҙгәртеп ҡороу башлана.

– Шундай ҙур эш башҡарылды. Төҙөлгәндән алып, театрыбыҙ бындай ремонтты күргәне булмаған. Реконструкция эштәре “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Федераль бюджеттан 250 миллион һум аҡса бүленде, ҡалған сығымдарҙы республика ҡапланы. Әйтергә кәрәк, төҙөлөш, айырыуса биҙәлеш эштәрендә беҙҙең теләк-тәҡдимдәр ҙә иҫәпкә алынды. Театрыбыҙҙың дизайнерҙары, рәссамдары ҙур өлөш индерҙе. Ә дөйөм биҙәлеште булдырыу йәһәтенән “Ҡала дизайны үҙәге” учреждениеһы ҙур эш башҡарҙы. Тамаша залдары, музей, кафе, фойелар тап уларҙың тырышлығы менән ошондай матур төҫ алды, – тип башҡарылған эштәр менән таныштырҙы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының директоры Альберт Имаметдинов.

Капиталь ремонтҡа тиклем бинаның дөйөм майҙаны 2500 квадрат метр тәшкил итһә, хәҙер ул йәмғеһе 6400 квадрат метрға тиң майҙанды биләй. Бәләкәй зал, музей, кафе, грим бүлмәләре барлыҡҡа килгән. Автобус һәм машиналарға алты-ете урынлыҡ гараж төҙөлгән. Театр биләмәһенә үтеү өсөн шлагбаумдар ҡуйылған.

“Беҙ сығып киткәндәге театр менән кире ҡайтып эш башлаған сәнғәт усағы араһындағы айырма ер менән күк араһы кеүек. Үҙебеҙҙе бөтөнләй икенсе бер донъяға килеп эләккәндәй хис иттек. Яңы сәхнәлә уйнаған элекке спектаклдәребеҙ ҙә премьера кеүек ҡабул ителә”, – ти артистар. Ысынлап та шулай, сөнки театр техник йәһәттән бик ҙур мөмкинлектәргә эйә булған, өр-яңы, заманса яҡтыртыу, тауыш ҡорамалдары ҡуйылған. Улар менән эшләгән хеҙмәткәрҙәр махсус уҡыу ҙа үткән. Мультимедиа саралары ярҙамында сәхнәлә генә түгел, тотош тамаша залында төрлө биҙәлеш эффекттары ҡулланыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Ҙур залдағы сәхнә өс кимәлле итеп эшләнгән, был да тамашаларҙы яңыса алымда ҡуйыуға юл аса. Бәләкәй зал тулыһынса трансформер алымында эшләнгән, йәғни уны һәр спектакль һайын төрлөсә үҙгәрергә мөмкин.

Директор коллективтың ижади эшмәкәрлеге тураһында ла ихлас һөйләне:

– Милли театр булараҡ, ике труппа эшмәкәрлек алып бара. Коллектив, ижади һәм техник персонал менән бергә иҫәпләгәндә, 127 кешене берләштерә. Капиталь ремонттан һуң барлыҡҡа килгән шарттар штатты 150-160 кешегә еткереү мөмкинлеген бирҙе, әлеге ваҡытта ижади составты тулыландырыу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Элегерәк йылына һигеҙ спектакль әҙерләп сығарған ваҡыттар ҙа бар ине, хәҙер дүрт – алты яңы спектакль сығарабыҙ. Ремонт осоронда ла ижад туҡталманы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында сығыш яһаныҡ. Үткән йылдың 23 декабрендә тантаналы шарттарҙа асылдыҡ. Яңы йыл алдынан бик матур байрам булды, тамашасыларыбыҙға “Щелкунчик” әкиәтен һәм “Нимә ул Яңы йыл?” тигән спектаклде тәҡдим иттек. Әлеге ваҡытта яңы бинабыҙҙа ҡыуанып, киләсәккә матур уй-ниәттәр ҡороп эшләүҙе дауам итәбеҙ.  Театрҙың балалар студияларын асыу, экскурсиялар үткәреү өҫтөндә эш алып барыла. Шулай уҡ киске, асыҡ һауала күрһәтелгән репертуар тураһында уйлайбыҙ, – ти Альберт Альфрит улы.

Беҙгә яңы театр буйлап экскурсия ла ойошторҙолар. Ысынлап та, бында тыуҙырылған матурлыҡты, зауыҡты күреп, һоҡланмау мөмкин түгел. Һәр биләмә, һәр мөйөш шул тиклем уйлап, еренә еткереп эшләнгән һәм биҙәлгән. Йомшаҡ ҡәнәфиҙәрҙә ултырған әкиәт геройҙары менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә мөмкин. Театрҙың төп ижади көсө менән таныштырған “Тылсымсылар галереяһы”, музейҙағы экспонаттар, фойелағы “Ҡурсаҡ йөрөтөүсе ҡулы” тип аталған мөһабәт люстра, Пушкин әкиәттәре мотивында йыһазландырылған “Алтын балыҡ” кафеһы, балалар өсөн уңайлы трансформер ҡәнәфиҙәр урынлаштырылған тамаша залдары, витраж тәҙрәләр бында килгән һәр кемдә һоҡланыу уятырына шик юҡ. Театрҙың тышҡы йөҙө лә танымаҫлыҡ булып үҙгәреп, бөгөн ул баш ҡаланың төп проспектына сағыу биҙәк өҫтәй. Театрҙың ҡыйығына әйләнеп торған Ер шары моделе ҡуйылған. Был шар ҙа, бинаның фасады ла ҡараңғы ваҡытта сағыу төҫтәрҙә яҡтыртыла. Фасадтағы уйымдарға ҙур ҡурсаҡ һындары урынлаштырылған. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: бинаны яңыртыу барышында элекке архитектура үҙенсәлектәренең дә һаҡланып ҡалыуы ҡыуаныслы. Мәҫәлән, 1976 йылда талантлы рәссам Рим Йыһангиров эшләгән уникаль мозаика бөгөн дә театрҙың тышҡы йөҙөнә йәм өҫтәп тора. Бинаның тышындағы панноның – элекке театрҙың төп символының бәләкәсәйтелгән варианты фойеға ҡуйылған.

Ғөмүмән, Ҡурсаҡ театры яңырыу менән уның эргә-тирәһендәге биләмә лә ҙур үҙгәреш кисергән. Мәҫәлән, эргәләге 39-сы китапхананың фасады яңыртылған. Шулай уҡ сәнғәт усағы янында булдырылған сквер-музей ҙа күптәрҙең яратҡан урынына әйләнеренә шик юҡ. Бында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Мәскәүҙәге Василий Блаженный Соборы, Волгоградтағы “Ватан-әсә саҡыра” һәйкәле, Ҡырымдағы “Ҡарлуғас ояһы” һарайы, үҙебеҙҙәге Салауат Юлаев һәйкәле, “Ләлә-Тюльпан” мәсете, “Шүлгәнташ” музей комплексы кеүек билдәле объекттарҙың күсермәләрен күрә ала. Уларҙың бейеклеге 1,8 метрға етә. Өфө ҡалаһы етәкселеге театрҙың һул яғындағы спорт майҙансығын да төҙөкләндереп, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырырға ҡарар иткән. Театр алдындағы йәйге амфитеатр ҙа зауыҡ менән эшләнгән. Унда йылы миҙгелдә ижади коллектив асыҡ һауала спектаклдәр ҡуйырға ниәтләй. Йәғни планға алынған бөтә эштәр тамамланыу менән бында үҙенсәлекле мәҙәни, мәғрифәти әүҙем ял биләмәһе барлыҡҡа киләсәк.

Театр алдындағы стенд янында бәләкәй ҡыҙы менән афиша ҡараған йәш әсәне күрҙек. Эльмира эргәләге йортта йәшәй икән. “Театр асылғандан алып ҡыҙым менән бер нисә тамашала булып өлгөрҙөк. Беҙгә айырыуса “Ал сәскә”, “Тирмәкәй”, “Ике бесәй” спектаклдәре оҡшаны. Эргәбеҙҙә генә шундай матур сәнғәт усағы, уның янында уңайлы биләмә барлыҡҡа килеүгә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ”, – ти Эльмира. “Ҡыҙымдың театрҙан ҡайтҡыһы ла килмәй”, – тип тә өҫтәне ул. Ә был, беҙҙеңсә, театр коллективының эшмәкәрлегенә иң ҙур баһа!

ФЕКЕР

Радий ХӘБИРОВ:

– Яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры балаларыбыҙға һәм 450 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаусы баш ҡалабыҙға бик яҡшы бүләк булды. Кескәй тамашасылар өсөн әкиәт илен асыуҙа ҙур эш башҡарған төҙөүселәргә рәхмәт белдерәм. Республикала бындай театрҙар күберәк булырға тейеш.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Балаларҙың был театрҙан ҡайтҡыһы килмәй
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: