Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель , 23:15

Дубай менән хеҙмәттәшлек киңәйәсәк

24 апрелдә Дубайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең климат һәм тирә-яҡ мөхит үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министры Амна бинт Абдулла Аль Дахак менән осрашты. 

Дубай менән хеҙмәттәшлек киңәйәсәк
Дубай менән хеҙмәттәшлек киңәйәсәк

24 апрелдә Дубайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең климат һәм тирә-яҡ мөхит үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министры Амна бинт Абдулла Аль Дахак менән осрашты.

Көн тәртибендә - агросәнәғәт комплексының хәләл продукцияһы менән сауҙаны үҫтереү һәм ошо маҡсатта ғәрәп илдәре баҙарҙарына инеү мөмкинлеген киңәйтеү. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан етештереүселәре Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «Хәләл» стандарты буйынса Рәсәй сифат системаһында сертификация үтте.

- Беҙ һеҙгә Башҡортостандың рәсми делегацияһы ҙур һәм етди ниәт менән килдек. Тиҙҙән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиллеген асырға ниәтләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙән, атап әйткәндә, беҙҙең республиканан ауыл хужалығы продукцияһы ислам донъяһы дәүләттәренә әүҙем оҙатыла башланы. «Хәләл» стандарты буйынса продукцияны поставкалауға ҡуйылған талаптар беҙгә яҡшы таныш. Һәм беҙ хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ.

Башҡортостан Башлығы төбәктең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ауыл хужалығы продукцияһын, шул иҫәптән солоҡ балын экспортлау тәжрибәһе булыуы хаҡында һөйләне. Республиканың иген, һыйыр ите, үҫемлек һәм рапс майы, бал буйынса экспорт ҡеүәте ҙур, тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең климатты һәм тирә-яҡ мөхитте үҙгәртеү мәсьәләләре буйынса министры Амна бинт Абдулла Аль Дахак Башҡортостан делегацияһына сәфәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм инвестиция хеҙмәттәшлегенә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өлкәһендә берлектәге ғилми тикшеренеүҙәргә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: