Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель , 17:45

Сибайҙа "Урал аръяғы" инвестһабантуйы үтәсәк

«Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы май аҙағында Башҡортостандың Сибай ҡалаһында үтәсәк. Был хаҡта республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Сибайҙа "Урал аръяғы" инвестһабантуйы үтәсәк
Сибайҙа "Урал аръяғы" инвестһабантуйы үтәсәк

Эшлекле программа сиктәрендә «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Урал аръяғының туристик инфраструктураһын үҫтереүгә һәм «Урал» махсус иҡтисади зонаһын булдырыуға, ислам финанстарына һәм башҡа мәсьәләләргә арналған 20-нән ашыу сессия уҙғарыу күҙаллана.

«Башҡортостан бизнес һәм власть араһында тотороҡло коммуникация булдыра һәм бының өсөн бик күп ҡоралдар ҡуллана, улар иҫәбендә «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы. Форум уҙғарылған осорҙа дөйөм иҡтисади һөҙөмтә 400 миллиард һум самаһы тәшкил иткән 116 килешеү төҙөлдө», - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Һуңғы биш йылда форум эшендә Рәсәйҙән һәм 50-нән ашыу яҡын һәм алыҫ сит илдән биш меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

Фото: Ринат РАЗАПОВ.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: