Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Апрель , 19:50

Был эш дауам итәсәк

Башҡортостанда социаль газ үткәреү программаһы буйынса 43,6 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ бирелгән дә инде.

Был эш дауам итәсәк
Был эш дауам итәсәк

Башҡортостанда социаль газ үткәреү программаһы буйынса 43,6 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ бирелгән дә инде. Был Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Был хаҡта «Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры - «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсеһе Альберт Лоҡманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль газ үткәреү программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла. 2021 йылда дәүләт башлығы быға тиклем газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа йорт биләмәләре сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Был эш өсөн берҙәм газ үткәреү операторы яуаплы.

Башҡортостанда программаға 1 972 тораҡ пункт индерелгән, уларҙа 65,5 мең йортҡа газ индерергә мөмкин.

– Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып беҙ газды участкаға еткереүгә 56 383 ғариза ҡабул иттек. Газ бүлеү селтәрҙәрен 50 139 йорттоң сигенә еткерҙек, уларҙың 43,6 меңенә газ инде, – тине Альберт Лоҡманов. – Беҙ бөтәһе 62 мең самаһы йортҡа газ үткәреүҙең техник мөмкинлеген тәьмин иттек.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә газ үткәрелгән тораҡ пункттар сиктәрендә урынлашҡан баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге торлаҡ йорттарға социаль газ үткәреү программаһын таратырға ҡушты.

Башҡортостанда был мәсьәлә буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ойошторолдо. Йорттарға инвентаризация үткәрелә.

Республика шулай уҡ 2020 йылда раҫланған 2025 йылға тиклем төбәктә газ һуҙыу һәм газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итә. Ул Башҡортостанда 181 тораҡ пунктҡа газ үткәреү өсөн өҫтәмә 2 мең саҡрымдан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсе газ үткәргестәрен төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был 26 мең йортҡа һәм 301 ҡаҙанлыҡҡа газ үткәреү мөмкинлеген бирәсәк.

Республиканан газ үткәреүгә сертификаттар алыу Башҡортостанды газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярайһы ҙур ярҙам булды, тип билдәләне Альберт Лоҡманов. Был ярҙам сараһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала.

– Бөтәһе 9 654 сертификат ҡабул иттек, уларҙың 9 302-һе буйынса эштәр тамамланды ла инде, – тип өҫтәне Альберт Лоҡманов.

Тағы ла бер мөһим йүнәлеш – бюджет учреждениеларына газ үткәреү. 2027 йылға тиклем Башҡортостанда ошондай 125 объектты газға тоташтырырға кәрәк. Республикала тейешле юл картаһы әҙерләнгән һәм раҫланған. Энергия сервисы контракттары сиктәрендә дөйөм суммаһы 25,9 миллион һумлыҡ газ һигеҙ ҡаҙанлыҡҡа килә. Башҡа 117 объектҡа 2027 йылға тиклем бюджеттан дөйөм суммаһы 425,7 миллион һумға аҡса йүнәлтелә.

Башҡортостан Башлығы «Газпром төбәк-ара газ Өфө» коллективына һөҙөмтәле һәм яйға һалынған эш өсөн рәхмәт әйтте.

- Газ үткәреү йәһәтенән ҙур эш башҡарҙыҡ, - тине Радий Хәбиров. - Ләкин башҡараһы эштәр байтаҡ әле.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: