Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Апрель , 13:30

Транспорт хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу өсөн

Төп иғтибар пассажирҙар уңайлылығын хәстәрләүгә йүнәлтелгән  

Транспорт хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу өсөн
Транспорт хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу өсөн

 

Башҡортостанда халыҡты транспорт хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу буйынса 2019 йылдан ныҡлы эш алып барыла. Айырыуса ҙур иғтибар һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән граждандарға йүнәлтелгән. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, биш йыл эсендә “Башавтотранс” дәүләт пассажирҙар ташыусы предприятие автопаркы бәләкәй, уртаса һәм ҙур класлы 1400 автобус менән тулыланған. Иҙәне түбән булған яңы автобустар “Уңайлы мөхит” талаптарына яуап бирә. Шулай уҡ “НефАЗ” дар ГЛОНАСС системаһы, видеокүҙәтеү, водитель эшен контролләүсе  ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Дәүләт пассажирҙар ташыусы предприятиеның автопаркын яңыртыу өсөн 9,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Шул иҫәптән ҙур класлы 85 автобус “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы алынған. Улар магистраль һәм Өфөнөң һорау менән файҙаланылған 75-се һәм 226-сы маршруттарын хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелгән.

Пассажирҙарҙың уңайлылығын хәстәрләп, 2019 йылдан алып 267 маршруттың хәрәкәт схемаһы үҙгәртелгән, 78 маршрутта автобустар һаны артҡан.

Пассажирҙар ҡулаҡса йәки банк картаһы аша иҫәпләшә ала. 2019 йылдан алып Башҡоростанда барлыҡ төр йәмәғәт транспорттары өсөн “Алға” берҙәм транспорт картаһы эшләй башланы. 2024 йылдың апреленә ҡарата республиканың 820 меңдән ашыу кешеһе транспорт картаһы менән ҡуллана. Ошо карта менән файҙаланыу арҡаһында республикабыҙҙа йәшәүселәр 1,2 миллиардтан ашыу аҡса экономиялаған. Бынан тыш Өфөлә йәшәүселәр өсөн “Бәхетле сәғәт” акцияһы булдырылған. Пассажир бер сәғәт эсендә “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының бер автобусынан икенсеһенә бер билет менән күсеп ултыра ала. Шулай уҡ был акция трамвай йәки троллейбус, “Дим – Шакша” ҡала яны электричкаһына ла ҡағыла.

- 2019 йылдың сентябренән пассажирҙар “Бәхетле сәғәт” акцияһы буйынса 20 миллиондан ашыу тапҡыр бер транспорттан икенсеһенә күсеп ултырған. Ташламалы юл йөрөү буйынса экономия 500 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, – тине “Башҡортостандың социаль карталар регистры” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Олег Романов.

Йәмәғәт транспортында йөрөү шарттарын яҡшыртыу буйынса эш артабан да дауам итәсәк. Быйыл  йәнә 200 автобус һатып алыу ниәтләнә.

Башҡортостанда йәмәғәт транспорты менән ҡулланыусыларҙы тағы ла бер мөһим яңылыҡ көтә. Ҡануниәт тарафынан пассажирҙар ташыусыларҙы автобустағы ҡорамалдарҙың, һауа температураһын контролләү системаһының, электрон мәғлүмәт таблоһының, ҡулаҡсаһыҙ юл хаҡын түләү ҡулайламаһының төҙөк эшен тәьмин итеүгә мәжбүр итеү планлаштырыла. Ошо рәүешле “Халыҡты автомобиль транспорты һәм ҡаланың ер өҫтө электр транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһындағы “ законға тейешле талаптар индереү ҡаралған.

- Был закон проекты халыҡҡа транспорт хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү маҡсатында булдырылды, – тине Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Тимәк, республикабыҙҙа транспорт менән хеҙмәтләндереү өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр арта барасаҡ.

 

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: