Иҡтисад
2 Май 2024, 12:15

Бизнес-шәриф: закон боҙолоуына юл ҡуйылмаһын

Эшҡыуарлыҡҡа мөнәсәбәтте үҙгәртергә ваҡыт етте.

Бизнес-шәриф: закон боҙолоуына юл ҡуйылмаһынБизнес-шәриф: закон боҙолоуына юл ҡуйылмаһын
Бизнес-шәриф: закон боҙолоуына юл ҡуйылмаһын

Бына бишенсе йыл инде республикабыҙҙың һәр муниципаль берәмегендә бизнес-шәриф эшләй. Беҙҙең ил өсөн үҙенсәлекле күренеш ул. Мосолмандарҙа был һүҙ Мөхәммәт пәйғәмбәр нәҫеленән килгән, хөрмәт менән ҡаҙанған кешене аңлатһа, Ирландия, Англия, АҠШ-та административ һәм суд эштәре вазифаһын алып барыусы кешене атағандар. Уның тарихи мәғәнәһе төрлөсә яңғыраһа ла, шәриф – статусы юғары булған, кешеләрҙең ышанысын яулаған танылған шәхес.

Һуңғы ваҡытта республика иҡтисадында шәхси бизнесты, эшҡыуарлыҡ һәләтен үҫтереүҙе талап иткән хәл тыуҙы. Ҡайһы бер Европа илдәрендә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа иҡтисадтың 95 проценты тап килә, ә беҙҙә иҡтисад бөтөнләй башҡаса үҫешә, төп баҫым эре бизнесҡа төшә.

Дәүләкән районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, бизнес-шәриф Ольга Артемьева әйтеүенсә, бәләкәй бизнес иҡтисади әһәмиәттән тыш, социаль мәғәнәгә лә эйә. Һүҙ аныҡ кешенең һәм йәмғиәттең именлеге хаҡында бара, эшҡыуар яратҡан эше менән шөғөлләнә, ғаиләһен ҡарай, үҙенә ярашлы эш графигын һайлай. Шуның менән бергә бәләкәй бизнес баҙар хеҙмәттәрен төрләндереүгә ярҙам итә, инновацияларға юл аса. Шуға күрә бизнес-шәриф вазифаһын булдырыу эшҡыуарлыҡҡа булышыу буйынса республика сәйәсәтенең мөһим өлөшөнә әүерелде, тип иҫәпләй бизнес-шәриф.

– Ольга Евгеньевна, күп райондарҙа урындағы эшҡыуарҙарҙы берләштергән, уларға ярҙам иткән йәмәғәт ойошмалары бар. Шуларға өҫтәп бизнес-шәриф институтын булдырыу идеяһы ни өсөн барлыҡҡа килде, тип уйлайһығыҙ?

– Халыҡҡа ғына түгел, хакимиәттәргә лә, етәкселәргә лә бизнесҡа ҡарата мөнәсәбәтте һәм ҡарашты үҙгәртергә ваҡыт етте. Минең бизнес-шәриф булараҡ төп бурысым – эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Хыялыбыҙҙағы бизнес-шәриф ниндәй ул? Бизнес мәнфәғәттәрен урындағы ойошмалар менән бәйләүсе, абруйлы, халыҡты яҡшы белгән һәм уларҙың һәр береһе менән эшлекле фекер алышырға оҫта етәксе күҙ алдына баҫа. Шуға ынтылырға кәрәк.

– Белеүебеҙсә, һеҙ оҙаҡ йылдар – 27 йыл буйы банк системаһында, һандар донъяһында һәм клиенттар араһында ваҡытығыҙҙы үткәргәнһегеҙ. Яңы вазифа һеҙҙе ни яғы менән ылыҡтырҙы?

– Был вазифа тәү тапҡыр 2019 йылдың икенсе яртыһында күҙгә салынды. Ошо ваҡыт эсендә бизнес-шәрифтәр үҙҙәренең халыҡҡа ни тиклем мөһим икәнлектәрен иҫбатланы. Улар халыҡ араһына сығып, эшҡыуарлыҡты нисек башларға, пандемия шарттарында нисек үҫешергә кәрәклеген аңлатты. Ошо тәжрибәле етәкселәр ярҙамында “күләгәнән” ике меңдән ашыу эшҡыуарҙы сығарырға мөмкин булды.

Бөтә мәсьәләләрҙе “бер тәҙрә” режимында хәл итеүҙең тәьҫире ҙур. Мин бөгөн идеяһы менән килгән кешене тыңлап, уға эшҡыуарлыҡты башлап ебәрергә ярҙам итергә тейешмен. Күптәр ер һорап килә, тик был мәсьәләнең үҙенсәлектәрен күҙ алдына ла килтермәгәндәр бар. Мәҫәлән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаилә мөрәжәғәт иткәс, ерҙең категорияһын һайлау мөһимлеге, уны үҙләштереүҙең күпмегә барып төшөүе, социаль структураларға яҡынлығы, асфальт, ут, газ үткәреү мөмкинлеге хаҡында фекер алыштыҡ һәм аңлаштыҡ. Иҫәп-хисап яһағандан һуң тәүге уңышһыҙ идеяһынан ул баш тартырға мәжбүр булды, икенсе тапҡыр әҙер документтар менән киләсәк. Әгәр еренә еткереп аңлатыусы шәриф булмаһа, уның “Дәүләт хеҙмәттәре” аша ебәргән ғаризаһы мотлаҡ кире ҡағылыр, ә үҙе уның ҡағылыу сәбәбенең төбөнә төшөп етмәгән дә булыр ине.

Асылыкүл буйында ер алып, бизнес асырға теләгәндәргә йыш ҡына тәбиғәт паркындағы ер категорияһы үҙенсәлектәренә ярашлы сикләүҙәрҙе, бары экологик ял ойоштороу мөмкин булыуын яҡшылап аңлатырға тура килә.

Былтыр алты йәш эшҡыуар беҙҙең ярҙам менән ярты миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәште. Береһе - икмәкхана, икәүһе автомобиль ремонтлау оҫтаханаһы асты. Тимерҙән йыһаздар, бәүелткестәр эшләгән эшҡыуарҙың сығымдарын 50 процентҡа ҡаплаттыҡ, ошо аҡсаға ул эш өсөн яңы техника алып ҡыуанды. Шуныһы ла бар, кеше дәүләт ярҙамынан файҙаланыу, аҡса алыу маҡсаты менән килһә лә, нимә менән шөғөлләнәсәген аныҡ ҡына күҙ алдына килтермәй. Был саҡта кемгә ярҙам итеү яҡшыраҡ – хыялдар менән йәшәгән кешегәме, әллә ҡулынан эш килгән оҫтағамы?

Һуңғы осорҙа районда бизнес өлкәһен үҙ итеүселәр күҙгә күренеп артты. 983 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты, 2189 үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүсе (83-ө шәхси эшҡыуар) бар. Социаль контракт буйынса эш башлағандар ҙа арта. Былтыр тәүҙә был маҡсатҡа туғыҙ квота алынһа, декабрҙә йәнә бер квота бирелде. Ошо көндәрҙә тимерҙән сүкеп төрлө әйберҙәр эшләү идеяһы менән килгән егеткә социаль контракт төҙөп эш башлауҙың өҫтөнлөктәрен аңлаттыҡ, дәртләнеп ҡайтып китте.

– Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр, әллә күпме эшлекле сифаттары булыуына ҡарамаҫтан, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға баҙнат итмәй?

– Эйе, ҡулдарынан эш килгән, уңған хеҙмәт кешеләрен дә эшҡыуарлыҡ йәлеп итмәй. Кемдер һалым инспекцияһы менән хеҙмәттәшлектән ҡурҡа, икенселәрҙе яуаплылыҡ хәүефләндерә. Бер ҡыҙҙың туңдырма эшләү оҫталығын белгәс, уға “әйҙә, социаль контракт төҙөйөк, уңыштарың бермә-бер артыр”, тип өгөтләнем. Тәүҙә киреләнде, яуаплылыҡтан ҡурҡыуын белдерҙе. Шулай ҙа социаль контракт төҙөргә ризалашты, аҡсаһына яңы аппарат алды. Ул ғына ла түгел, ҡәһүә яһау ҡорамалы һатып алғанын белдем. Бер йыл эсендә үҙ-үҙенә ышанған ҡыйыу кондитер, эшҡыуар үҫеп сыҡты! Районда “Атайсал” форумы барған көндәрҙә уның бешергән тәмле перәниктәрен бер тынала һатып алып бөттөләр!

– Тәүге аҙымдарын яһаған эшҡыуар ниндәй ярҙамға иҫәп тота ала?

– Бизнес башлау өсөн ер, бина һайлап алыуҙа, дәүләт структуралары тарафынан аңлау булмағанда ярҙам ҡулы һуҙыуҙа, компанияны теркәүҙә, белем биреү программаларын һайлауҙа, стартапҡа субсидия алыу өсөн документтар әҙерләүҙә, яңы баҙарҙарға сығыуҙа юл күрһәтеүҙә һәм башҡа күп төрлө эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уға ярҙам итәсәктәр. Беҙгә Өфө эшҡыуарҙары ла бизнес асыу теләге менән килә. Әле уларҙың береһе заправкалау станцияһы асыу уйы менән йөрөй. Тиҙ һәм еңел генә хәл ителмәне, тейешле ер категорияһын һайлау ҡатмарлы ғына булды. Иң мөһиме - закондарҙы боҙоуға юл ҡуйылмаһын. Бына ошондай көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән инвестиция туплана, тиндәрҙән һумдар йыйыла.

Мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән 10 кешене эшкә урынлаштырып, бюджетҡа аҡсаны һалымдар рәүешендә ҡайтарҙыҡ. Туҡланыу үҙәгенә 81 кешене өс айға ваҡытлыса эшкә урынлаштырып, һалымдарҙы район бюджетына ҡайтарҙыҡ. Шунса кеше хеҙмәт хаҡы алып ҡыуанды, ә дәүләт шунса эшһеҙгә пособие түләүҙән ҡотолдо.

– Дәүләт һәм бизнестың үҙ-ара бәйләнеш өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу һәм бизнес-шәрифтәр институтын үҫтереүгә арналған мәсьәләләр Бөтә Рәсәй инвестициялар һабантуйында ла сағылыш тапты. Бер нисә йыл дауам иткән ҡаты сикләүҙәр шарттарында иҡтисадтың үҫешеүе өсөн бөгөн нимә мөһим?

– Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының һәм үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәрҙең артыуы республикала был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш алып барылыуы хаҡында һөйләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтыңбашланғысы менән индерелгән бизнес-шәрифтәр институты уның төп мөһим элементы булып тора, федераль кимәлдә лә был эш хуплау тапты. Беҙ бурысыбыҙҙы яҡшы күҙ алдына килтерәбеҙ: эшҡыуарҙарға бизнесты үҫтереүҙә ярҙам ҡулы һуҙыу һәм эшлекле уңайлы мөхит тыуҙырыу, ә теләгәндәргә үҙ эшен асырға ярҙам итеү.

Иң йыш яңғыраған һорауҙарҙың береһе - “Үҙ эшемде үҫтереү өсөн дәүләттән ниндәй финанс ярҙамына һәм субсидияға өмөт итә алам?” Бында һәр гражданға айырым ҡараш талап ителә, уның ниндәй эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүенә, ниндәй ресурстарға эйә булыуына ҡарап, үҫеш өсөн мөмкинлектәрҙе күрергә һәм финанс ярҙамын һайларға тура килә. Һәр осраҡ ҙур иғтибар талап итә һәм аныҡ ярҙамды билдәләй. Эшҡыуар һорауына яуап алыуҙан тыш, теге йәки был йүнәлештә белем багажын да байыта. Һис һүҙһеҙ, эшҡыуарлыҡ юлында ауырлыҡтар буласаҡ, иң мөһиме – бөтә хәүефтәрҙе алдан  бергәләп иҫәпкә алыу.

Мәҫәлән,”Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә үҙмәшғүл граждандарҙы яҡлау саралары буйынса ултырышта балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарға методик һәм консультация ярҙамы бирелде. Ул ҡуртымға быуа янына ер алған, әммә ҡорамал алыу өсөн финанс мөмкинлектәре етеңкерәмәй. Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт бирелде.

Бындай һөйләшеү һәм кәңәшләшеүҙәр йыш булып тора. Ғөмүмән, республикабыҙҙы байытыуға өлөш индергән, эшҡыуарлыҡҡа ҡыйыу тотонған сағыу, ҡыҙыҡлы шәхестәр менән аралашыуыма шатмын. Улар аҡса эшләргә тырышыуҙан һәм уны таба белеүҙән тыш, яңы идеялар тыуҙыра, яңы технологиялар уйлап таба һәм башҡаларҙы ла арттарынан эйәртә.

– Ә уларҙың эргәһендә дәрт-көс өҫтәп тороусы ышаныслы терәк – һеҙҙең кеүек бизнес-шәрифтәр булыуы ҙур ярҙам, Ольга Евгеньевна. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Дәүләкән районы.

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас