Республикабыҙ баш ҡалаһында “Көньяҡ ҡапҡалары” биләмәһенең комплекслы төҙөлөшө инфраструктура проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, социаль объекттар һәм урам-юл селтәрҙәрен төҙөү ҡаралған.
–Ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Кузнецов затоны, Нуғай, Аҡбирҙе һәм башҡа микрорайондарҙа әүҙем төҙөлөш барыуы сәбәпле, яҡын киләсәктә торлаҡ фонды төҙөлөшө 6,7 миллион квадрат метрға етеүе мөмкин. Бөгөн Пугачев урамында транспорт ағымы тәүлегенә 25 мең автомобиль тәшкил итә. Был иһә урам-юл селтәренең нормалағы үткәреү һәләтенә тап килмәй. Был йүнәлештә транспорт ағымын ҡабаттан бүлеү, биләмәлә транспорт бәйләнешен тәьмин итеү өсөн, “Көньяҡ ҡапҡалары” проекты сиктәрендә 2022-2025 йылдарҙа инфраструктура бюджет кредиттары аҡсаһына биш транспорт объекттары тормошҡа ашырыла, – тине Өфө ҡала хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса идаралыҡ - матбуғат хеҙмәте начальнигы Тәлғәт Зәйнуллин.
Проектҡа ярашлы, 1-се һәм 2-се этапта оҙонлоғо 2,5 километрға тиң Пугачев урамы реконструкциялана, 1,2 километр оҙонлоғонда Генерал Рыленко исемендәге яңы урам төҙөлә һәм уларҙың киҫелешендә транспорт сиселеше эшләнә. Бынан тыш әлеге көндә Воровский урамында 1956 йылда төҙөлгән иҫке аркалы күперҙе капиталь ремонтлау бара.
Биш проекттың дөйөм хаҡы 12,5 миллиард һум тәшкил итә. Барлыҡ объекттарҙа ла эш әүҙем бара. Аркалы күперҙән тыш объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу быйыл өсөнсө кварталға тәғәйенләнгән.
Өфө ҡала хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса идаралыҡ - матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Көньяҡ ҡапҡалар” комплекслы төҙөлөш биләмәһе инфраструктура проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Кузнецов затоны микрорайонында Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән Өфө ҡалаһын көньяҡтан урап үткән юл төҙөү буйынса проект документацияһы әҙерләү күҙаллана. Проектта Бородин урамын реконструкциялау (Пугачев урамы киҫелешендәге транспорт сиселешенән алып күпер сигенә тиклем), Кузнецов затоны микрорайонында күпер төҙөү, “МЕТРО” сауҙа үҙәге районында әлеге транспорт сиселешен ремонтлау, “Башҡортостан сәскәләре” микрорайонын уратып автомобиль юлын һалыу ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.