Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Башҡортостанда уҙғарылған инвестиция форумын халыҡ-ара берләшмәнең иғтибарын йәлеп иткән донъяның алдынғы майҙансығы тип атаны.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мария Захарованың «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйына саҡырыуын баҫтырып сығарҙы.
- Был бик юғары баһа. Билдәләп үтергә кәрәк, Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә Сибайҙа уҙғарылған форум биш йыл эсендә Рәсәйҙән һәм донъяның 50-нән ашыу иленән меңдәрсә ҡатнашыусыны йыйған үҙенсәлекле майҙансыҡ булып тора. 400 миллиард һумға 116 килешеү төҙөлдө, - тип белдерҙе Андрей Назаров. - Бер нисә тапҡыр әйткәнемсә, беҙ ошо форумды бизнес менән тотороҡло бәйләнеш булдырыу өсөн һөҙөмтәле ҡоралдарҙың береһе, шулай уҡ сит ил коллегаларыбыҙҙың Башҡортостан менән танышыуы өсөн майҙансыҡ итеп ҡарайбыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы быйыл 24-26 майҙа үтәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.