Иҡтисад
10 Май 2024, 10:30

Мәскәүҙә Экспорт көнө үтте

Стендта Башҡортостан компанияларының продукцияһы ла күрһәтелде.

Мәскәүҙә Экспорт көнө үттеМәскәүҙә Экспорт көнө үтте
Мәскәүҙә Экспорт көнө үтте

ВДНХ-ла «Рәсәй» күргәҙмәһендә Экспорт көнө сиктәрендә химия, мебель, еңел сәнәғәт өлкәһенән алты төбәк компанияһы федераль профилле ведомстволар, департаменттар һәм ойошмалар вәкилдәренә үҙ продукцияһын күрһәтте.

Башҡортостан экспозицияһында Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Василий Осьмаков һәм башҡалар булды. Стендта Башҡортостан компанияларының продукцияһы ла күрһәтелде.

Көн дауамында Башҡортостан стендында предприятиеларҙың экспорт ҡеүәтен асыуға йүнәлтелгән «Ашығыс экспорт ярҙамы» командаһы эшләне. Бынан тыш, төбәк экспозицияһында республиканың экспорт ҡеүәте тураһында видеороликтар, Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү концепцияһы - «Экспорт 5С», экспорт квиздары күрһәтелде.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23838/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас