2023 йыл йомғаҡтары буйынса республика дәүләт ер күҙәтеүе һөҙөмтәлелеге күрһәткестәре буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары менән кәңәшмә барышында хәбәр итте. Унда ерҙәрҙе файҙаланыуға контроль мәсьәләһе тикшерелде.
– Иҡтисади рычагтар менән бер рәттән, дәүләт ер күҙәтеүе һәм контроле ер ресурстарын рациональ файҙаланыуҙы арттырыуҙың һөҙөмтәле механизмдары булып тора. Былтыр республикала 13 меңдән ашыу контроль-күҙәтеү һәм иҫкәртеү саралары үткәрелгән, алты меңгә яҡын ер ҡануниәтен боҙоу асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта төп маҡсат – ерҙе файҙаланыусыларҙы язалау түгел, ә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм файҙаланылмаған участкаларҙы әйләнешкә индереү, – тип һөйләне Андрей Назаров.
Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец хәбәр итеүенсә, 2023 йылда ведомство был йүнәлеш буйынса Росреестрҙың башҡа территориаль органдары араһында алдынғы позицияларҙы биләй: һөҙөмтәлелек күрһәткесе буйынса икенсе урын һәм дәүләт ер күҙәтеүе эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге буйынса бишенсе урын.
– Иң киң таралған хоҡуҡ боҙоу төрө – торлаҡ йәки башҡа төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларын файҙаланмау (54 процент), ер участкаларын үҙ белдеге менән биләү (20 процент), ер участкаһын файҙаланыуҙың рөхсәт ителгән файҙаланыу төрөнә тап килмәүе (12 процент). Дәүләт ер күҙәтеүен тормошҡа ашырғанда Идаралыҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын әүҙем ҡуллана, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Петр Клец.
2023 йылда Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Архангел, Бәләбәй, Нуриман һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында урынлашҡан 14 тораҡ пунктта 1692 гектар майҙанда 35 осош үткәрҙе. 976 ер участкаһы тикшерелгән, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса 745 мотлаҡ талаптарҙы боҙоу асыҡланған. 2024 йылға ведомство тарафынан Стәрлетамаҡ, Мишкә, Асҡын, Мәләүез, Нуриман райондарында урынлашҡан 30 тораҡ пунктта 2336 гектар майҙанда 60-тан ашыу осош планлаштырылған, был хаҡта халыҡҡа урындағы киң мәғлүмәт саралары аша хәбәр ителәсәк.
Сығыш барышында етәксе муниципаль ер контроле буйынса саралар үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан муниципалитеттарҙы билдәләне. 2023 йылда муниципаль ер контроле органдары өс меңдән ашыу контроль сараһы һәм алты меңдән ашыу иҫкәртеү сараһы үткәргән. Иң яҡшы күрһәткестәрҙе Өфө, Учалы, Иглин, Белорет райондары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Межгорье ҡалалары күрһәткән. Шул уҡ ваҡытта 13 муниципаль берәмектә иҫкәртеү һәм контроль саралары үткәрелмәгән.
Ерҙәрҙе файҙаланыуҙы контролдә тотоуҙы әүҙемләштереү маҡсатында Андрей Назаров муниципаль берәмек башлыҡтарына муниципаль ер контролен көсәйтергә, файҙаланылмаған ерҙәрҙе асыҡларға һәм ай һайын Росреестр идаралығына, иҡтисади һөҙөмтәләрҙе күрһәтеп, һөҙөмтәләр тураһында мәғлүмәт ебәрергә ҡуша. Үҙ сиратында Росреестр идаралығына был мәғлүмәттәргә мониторинг үткәрергә һәм квартал һайын республика Хөкүмәтенә хәбәр итергә, муниципалитеттарға консультация ярҙамы күрһәтергә тәҡдим ителде.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru