Геройҙарым тау-урман зонаһы ауылдарында тыуып үҫкән: ағай - Һәйетҡолда, апай - Үтәгәндә. Селивановкаға иһә улар яҙмыш ҡушыуы буйынса килә: бында Зәйтүнә Хәйбулла ҡыҙының апаһы йәшәгән, тап ул ошо ауылда төпләнергә тәҡдим иткән дә инде.
Күп тә үтмәй уларҙың улы Дим һәм ҡыҙы Алһыу тыуа. Иҫке өйҙә тығыҙ булғас, Камаловтар икенсе торлаҡ һатып алырға уйлай. Унда кесе улдары Динис донъяға килә. Балалары үҫә төшкәс, улар яңы төҙөлөшкә тотона.
2000 йылда Камаловтар өй туйлай. Йорт яҡты, иркен килеп сыға. Һәм хужалыҡ та ҙурая - баҡса, һыйырҙар, аттар, һарыҡтар, тауыҡтар... Йәйгеһен малды көтөүлектә хужабикә көтә. Был йәһәттән уға "тимер ат" - квадроцикл ярҙам итә.
2023 йыл йомғаҡтары буйынса Камаловтар ихатаһы хаҡлы рәүештә районда иң яҡшыһы тип танылды. Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов ҡотлап, быны раҫлаған Диплом тапшырҙы.
Камаловтарҙың балалары ла эшһөйәр, яуаплы һәм ярҙамсыл кешеләр булып үҫкән. Өлкәне Дим Айғырбатҡан утарында йәшәй. Магнитогорскиҙа крансы булып эшләй, хәләл ефете менән Даниэль исемле ул тәрбиәләйҙәр. Кеселәре Динислам уҙған йылда өйләнгән, хәҙер улар сабый көтә. Ул да ҡалала эшләй. Йөрәктәрен әрнетеп, ҡыҙҙары ғына вафат булып ҡалған, ейәндәре Рамаҙан үҫә.
Киләһе йылда ирле-ҡатын Камаловтар никахлашыуҙарының 40 йыллығын билдәләй. Зәйтүнә Хәйбулла ҡыҙы менән Таштимер Әхмәт улы тулы тормошта йәшәй, пландар ҡора. Уларҙың йортонда бөтә нәмә бар. Ләкин улар өсөн матди байлыҡ түгел, ә үҙҙәренең һәм яҡындарының һаулығы мөһим. Һаулыҡ булһа, артабан эшләргә, алға барырға һәм тормошто тағы ла яҡшыраҡ итергә мөмкинлек биргән көс буласаҡ.
Фотолар Зәйтүнә Камалованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән һәм редакция архивынан.
Автор: Әлиә Мусина.