Иҡтисад
16 Май 2024, 07:30

Башҡортостанда һөйәктәрҙе эшкәртеү буйынса завод буласаҡ

Уны Ҡытай компанияһы төҙөргә ниәтләй.

Башҡортостанда һөйәктәрҙе эшкәртеү буйынса завод буласаҡБашҡортостанда һөйәктәрҙе эшкәртеү буйынса завод буласаҡ
Башҡортостанда һөйәктәрҙе эшкәртеү буйынса завод буласаҡ

Был турала  Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Таньшань ойошмаһы вәкилдәре менән һөйләшеүҙе вице-премьер Илшат Фазрахманов үткәргән. Осрашыу Ҡытайҙың Шэньян ҡалаһында республиканың рәсми делегацияһы сәфәре сиктәрендә үткән.

Ҡытай Башҡортостанда эре мөгөҙлө мал һөйәктәрен эшкәртеү буйынса завод төҙөүгә ҡыҙыҡһыныу белдергән. Предприятие аҙыҡ-түлек тармағында һәм сәнәғәт производствоһында ҡулланылған һөйәк майы һәм микробиологияла бактериялар һәм бәшмәк үҫтереү өсөн туҡлыҡлы мөхит булараҡ ҡулланылған пептон етештерәсәк. Продукцияның күп өлөшө Ҡытай Халыҡ Республикаһына оҙатыласаҡ.

https://resbash.ru/news/ekonomika/2024-05-15/kitayskaya-kompaniya-postroit-v-bashkirii-zavod-po-pererabotke-kostey-3767534

Фото: resbash.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас