Партнерҙар менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыу өсөн Ҡытай Халыҡ Республикаһынан 270-тән ашыу компания теркәлгән. ”Башҡортостан үҙенең машиналар эшләү продукцияһы, шулай уҡ нефть эшкәртеү һәм химия комплекстары менән дан тота. Был йәһәттән беҙ тәжрибә һәм тупланған белемдәр менән уртаҡлашырға әҙербеҙ. Республикабыҙҙа автомобиль эшләү, тау сәнәғәте һәм башҡа өлкәләрҙә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Ҡытайҙың сәнәғәт предприятиеларын йәлеп итеү менән ҡыҙыҡһынабыҙ”, – тип билдәләне БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Александр Шельдяев.
БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева билдәләүенсә, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Ҡытай Башҡортостандың үҙ-ара тауар әйләнеше буйынса партнерҙары араһында республиканың Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы күләменән 24,3 процент өлөш менән беренсе баҫҡысты биләй.
https://resbash.ru/news/ekonomika/2024-05-15/biznes-ploschadka-bashkirii-nachala-rabotu-v-kitae-3767849
Фото: БР хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.